Йәмғиәт
17 Сентября 2021, 03:05

Варикозды дауалайбыҙ

Варикоз менән яфаланыусылар өсөн халыҡ медицинаһы ярҙамға килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Варикозды дауалайбыҙВарикозды дауалайбыҙ
Варикозды дауалайбыҙ

Беҙгә 200 мл зәйтүн майы, 100 г бал ҡорто балауыҙы, 100 г ылыҫлы ағас (ҡарағай, шыршы, кедр һ.б.) сайыры кәрәк була. Сайыр ҡоро булһа, уны он хәленә килгәнсе онтар¬ға. Барыһын бергә кәстрүлгә һалып 10 минут бешерергә. Артабан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, тағы 10 минут болғата-болғата бешерергә. Тағы 1 - 2 гр прополис өҫтәп, 10 минут ҡайнатырға. Туҡтауһыҙ болғатып тороғоҙ.
Уттан алғас, һыуытырға һәм быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо май менән аяҡтың тамырҙары бүртеп торған урындарын яҡшы итеп ыуырға. Зәйтүн майы булмаһа, уны сусҡаның эс майы йәки яңы ғына бешелгән һәм тоҙланмаған һыйыр майы менән алмаштырырға була.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас