

Участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Килдейәрова әйтеүенсә, участка ваҡытында асылған – теүәл сәғәт 8-ҙә эшкә әҙерлеге иғлан ителгән.
- Барыһы ла тыныс шарттарҙа бара. Студенттар ҙа, өлкәндәр ҙә килә. Беҙҙең һайлау участкаһы һәр ваҡыт һайлаусылар килеү кимәленең яҡшы булыуы менән айырылып тора, -тине Гүзәл Радик ҡыҙы.
Автор фотоһы