

Иң тәүҙә үҙем теркәлгән адрес буйынса һайлауға барҙым. Нефть колледжында әлеге мәлдә ике участка эшләй: 2136-сы һәм 3467-се.
Был участкалар һәр саҡ кешенең күплеге менән айырылып тора.
- Мин беренсе курс студентымын, һайлауҙа тәү тапҡыр ҡатнашам. Үҙем һайлаған кандидатҡа ышанысым көслө, – ти нефть колледжының машиналар төҙөлөшө бүлеге студенты Карина Әминева. – Һайлауҙарҙа ҡатнашыу мотлаҡ, сөнки ул үҙ гражданлыҡ позицияңды белдереүгә мөмкинлек бирә.