Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 10:35

Тигеҙ юлдар биҙәй ауылдарҙы

Маҡар ауылы биләмәһенә ҡараған Һарғай ауылының үҙәк урамына “Урындағы башланғыстарға ярҙам  программаһы” сиктәрендә асфальт түшәлде.

Тигеҙ юлдар биҙәй ауылдарҙы
Тигеҙ юлдар биҙәй ауылдарҙы

Һарғай халҡы был программала ҡатнашырға теләк белдерә. Активист Фәрүр Вәлитов ауылға асфальт түшәү идеяһын күтәреп сыға һәм аҙаҡҡа тиклем конкурста еңеп сығасаҡтарына ышана.

- Тыуған ауылым хаҡында һораһалар, мин “Ерҙә ожмах нимә икәнлеген беләһегеҙме?”, тип ҡаршы һорау бирәм. Ул минең Һарғайым. Бында барыһы ла гүзәл: тәбиғәте лә, кешеләре лә. Мин ошо ауылда тыуып үҫкәнмен. Яҙын хаҡлы ялға сыҡҡас, Һарғайҙан йорт һатып алдыҡ. Фәрүр Мансур улы ППМИ-ла ҡатнашырға тәҡдим иткәс, беҙ башта нимәлер килеп сығырына ышанманыҡ та. Ул бик аҡыллы кеше, яҡшы һөҙөмтә булырына шикләнмәне. Һәм шулай килеп сыҡты ла, - ти ауылда йәшәүсе Әнисә Хөсәйенова.

Ауыл старостаһы Ғәйзулла Усманов әйтеүенсә, үҙәк урамға асфальт һалыу кәрәклеге халыҡтың дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән. Йорттарҙың юлға яҡын урынлашыуы арҡаһында бөтә туҙан тәҙрәгә осҡан. Һарғайҙар конкурста еңеү өсөн флешмобтар, автоуҙышыуҙар ойошторған, плакаттар менән сыҡҡан. Барыһы ла кәңәшләшеп эшләнгән. Ауылдаштарҙың үҙ чаты ла бар, унда улар аралаша һәм проблемаларҙы хәл итә.

Һөҙөмтәлә, республика юлға асфальт түшәүгә бер миллион һум аҡса бүлһә, район бюджетынан 700 мең һум өҫтәлгән. Тағы ла 100 мең һумды халыҡ йыйған, шул уҡ сумманы бағымсылар биргән.

- Ике миллион һум тирәһе аҡса үҙәк урамда бер километрҙан ашыу асфальт түшәүгә китте. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановҡа һәм республика хөкүмәтенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙең төп бурыс - йорттарға газ индереү һәм клуб төҙөү. Йәштәрҙе ауылға ылыҡтырырға кәрәк. Уңайлы шарттар булдырғанда ғына ул килеп сығасаҡ. Бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - ти Ғәйзулла Усманов.

Ауылдың имам-хатибы Винер Сәлимов та ауылдаштарының шатлығы менән уртаҡлашты.

- Беҙ ауылыбыҙ матурланһын өсөн тырышабыҙ. Йорттарыбыҙ ҙа күркәм, хәҙер яңы юлыбыҙ ҙа бар, - ти ул.

Һарғайҙар бик берҙәм икәнлеген күрһәтте. Улар ППМИ-ла еңеүҙәре хаҡында таҡмаҡтар әйтеп, бейеп күңел асты. Ысынлап та бындай һәләтле ауыл халҡына клуб бик кәрәк.

- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” – ауыл халҡы өсөн ҙур ярҙам. Субсидия аҡсаларына бик күп нимә эшләргә була. Мәҫәлән, ике йыл рәттән Маҡарҙа һыу үткәргес яңыртылды. Һарғай кешеләре әүҙем, быға тиклем улар “Иң матур бәләкәй ауыл” конкурсында уңышлы сығыш яһағайны, - ти Маҡар ауыл Советы башлығы Эльвира Иманғолова. Алтмышлап ҡына йорттан торған татыу ауыл халҡына ҡарап, бәләкәй аҙымдар менән дә уңайлы шарттар булдырып була икәнлегенә ышанаһың. Бары тик тыуған ереңде яратырға һәм алға ынтылырға ғына кәрәк.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: