Йәмғиәт
11 Сентября 2021, 07:05

Ишек йоҙағы асылмай интектерһә

*Ҡапҡасы ябыҡ тороп еҫләнгән банканы 1 ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.

Ишек йоҙағы асылмай интектерһәИшек йоҙағы асылмай интектерһә
Ишек йоҙағы асылмай интектерһә

*Диванда, балаҫта ҡалған бесәй йөнөн еүеш перчатка ярҙамында һөртөп таҙартырға булла.
*Ишек йоҙағы асылмай интектерһә, уны графит менән майлағыҙ. Бының өсөн « М» маркалы ҡәләм яҡшы.
*Таҙартылмаған көнбағыш майы алһағыҙ, һәр ваҡыт шешәнең төбөн тикшерегеҙ. Төбөнә аҡ төпрә ултырһа, ул әсей башлаған була.
*Ҡапҡасы асылған майҙы дүрт аҙнала ҡулланып бөтөргә кәрәк.
*Зәйтүн майын ҡараңғы урында, шкафта һаҡлайҙар.
*Лимон янында һаҡланған емештәр боҙолмай оҙаҡ һаҡлана.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас