

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, был тарафта төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе билдәләне, хәл итәһе мәсьәләләрҙе атаны,артабан да уңыштар теләне. Район хакимиәте башлығы шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.
Байрам уҙғарылған майҙан был көндө гөрләп торҙо. Олоһо ла, кесеһе лә төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Көйәнтә менән һыу ташыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп уҙышыу һәм башҡа бик күп ярыштар эргәһенән кеше өҙөлмәне. Рәхәтләнеп бейеп, күңел асып, тәмле былау менән һыйланып таралашты килгән халыҡ.
Автор фотолары