Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 05:10

Ысын уҡытыусы шулай булырға тейеш!

Йәш ир башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусыһын абайлап ҡала һәм уның янына килә.

Ысын уҡытыусы шулай булырға тейеш!Ысын уҡытыусы шулай булырға тейеш!
Ысын уҡытыусы шулай булырға тейеш!
- Һеҙ мине иҫләйһегеҙме? Мин һеҙҙең элекке уҡыусығыҙ.
- Эйе, һине өсөнсө класс уҡыусыһы, тип хәтерләйем... Ә әле нимә менән шөғөлләнәһең һуң?
- Мин уҡытам.
Уҡытыусылыҡ эшен һайларға нимә мәжбүр итте һуң?
- Нимә түгел, ә кем. Һеҙ...
- Был һөнәр буйынса китергә нисек йоғонто яһаным һуң?
- Минең дә уҡыусыларым булыуын теләнем.
- Ундай теләкте уятырлыҡ мин һиңә нимә эшләнем?
- Һеҙ, ысынлап та, иҫләмәйһегеҙме? Хәтерегеҙгә төшөрөргә мөмкинме? Бер көндө минең класташым ҡулына ата-әсәһе бүләк иткән матур сәғәт тағып килде. Дәрестә уны систе лә партаның ҡумтаһына һалып ҡуйҙы. Мин һәр ваҡыт ошондай сәғәтем булыуын теләгәйнем. Түҙмәнем, ул күрмәгәндә генә алдым да кеҫәмә һалдым. Тиҙҙән теге малай һеҙҙең янға килде лә илай-илай сәғәтен урлауҙары хаҡында әйтте. Һеҙ бөтә класты күҙегеҙҙән үткәрҙегеҙ ҙә: “Кем сәғәтте алды, эйәһенә кире бирегеҙ” – тинегеҙ.
Миңә ныҡ оят ине, әммә кире биргем килмәне, шулай итеп мин алғанымды әйтмәнем. Һеҙ ишекте эстән элдегеҙ, беҙгә стена янына теҙелергә ҡуштығыҙ: “Күҙегеҙҙе йомоғоҙ, мин кеҫәгеҙҙе тикшерергә тейеш”, - тип әйттегеҙ. Шул ваҡытта мин был ҡыҫҡа ғына ғүмеремдәге иң оят мәл икәнлеген тойҙом.
Һеҙ сират буйлап, һәр бер уҡыусының кеҫәһен тикшереп килдегеҙ ҙә, минекенән сәғәтте алып, аҙаҡҡа тиклем тикшереүҙе дауам иттегеҙ. Аҙаҡ: “Балалар, барыһы ла яҡшы, урынығыҙға ултырығыҙ”, - тинегеҙ. Сәғәтте эйәһенә бирҙегеҙ ҙә, был хаҡта башҡа бер кемгә лә, бер нәмә лә әйтмәнегеҙ.
Шулай итеп, һеҙ был көндө минең намыҫымды һәм күңелемде һаҡланығыҙ. Мине уғры, алдаҡсы, эшкинмәгән итеп күрһәтмәнегеҙ. Ғөмүмән, һеҙ был ваҡиға хаҡында бер ҡасан да иҫкә лә төшөрмәнегеҙ.
Ваҡыт үткәс, ни өсөн икәнлеген аңланым. Һеҙ ысын уҡытыусы булараҡ, йәш, әле формалашып та бөтмәгән уҡыусыға тап төшөрөргә теләмәгәнһегеҙ. Мин шуның өсөн педагог булырға ҡарар иттем дә инде...
Уларҙың икеһе лә ошо тарих солғанышында ҡалды. Аҙаҡ йәш уҡытыусы һорап ҡуя:
- Әгәр ҙә һеҙ мине бөгөн танығас, ошо ваҡиғаны ла иҫләгәнһегеҙҙер инде?
Ҡарт уҡытыусы шулай тип яуап бирә:
- Һеҙҙең кеҫәне мин дә йомоҡ күҙ менән тикшергәйнем...
 
 
 
Лена АБДРАХМАНОВА.
 
 
Сығанаҡ: https://vk.com/bewellforever?w=wall-142137490_15963
 
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:
Читайте нас