

Сүпрәле маска сәс өсөн бигерәк тә файҙалы, сөнки ул минералдарға һәм витаминдарға бай. Бындай маска ҡоро сәскә лә, майлыһына ла берҙәй килешә.
Масканы әҙерләү өсөн кәрәк:
бер ҡалаҡ һыу
бер ҡалаҡ сүпрә
бер ҡалаҡ шәкәр
бер ҡалаҡ бал
ике ҡалаҡ гәрсис онтағы.
Әҙерләү:
Тәүҙә сүпрәне йылы һыуҙа иҙеп, шәкәр өҫтәргә кәрәк. Шулай иткәндә ул тиҙерәк ҡабарып сыға. Артабан уға бал һәм гәрсисте ҡушып яҡшылап болғатырға.
Ошо массаны баш тиреһенә, сәскә һөртәбеҙ һәм өҫтөнән полиэтилен кәпәс кейеп, уның тышынан таҫтамал урап бер сәғәт тотабыҙ. Баш тиреһе бер аҙ әсетеп торор, тик һөҙөмтәһен уйлағанда уға түҙергә була.
Масканы бер сәғәттән шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ. Сәс ҡабарып, сәләмәт төҫ алыр.
Фото: livemaster.ru
Аклима Гизатуллина