Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 03:41

Ауыл хәбәрҙәре

Көҙән ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл зыяратын кәртәләргә ниәтләне.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Урындағы башланғыстар программаһы нисек эшләй:

* Ауыл кешеһендә ниндәйҙер идея барлыҡҡа килә.

* Был хаҡта ул күршеләре, ауыл биләмәһе етәкселеге менән фекер алыша.

* Әгәр башланғыс нигеҙле тип табылһа, инициатив төркөм төҙөлә, ул аныҡ проектты билдәләй һәм йыйылыш үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

* Йыйылышта проект раҫлана. Һәр йорттан йыйыласаҡ иғәнә (аҡса) күләме билдәләнә, урындағы эшҡыуарҙар күпме аҡса бирә аласағы асыҡлана. Былар барыһы ла йыйылыштың ҡарары менән нығытыла.

* Инициатив төркөм урындағы хакимиәт менән берлектә ғариза әҙерләй .

* Ғариза Республика конкурс комиссияһына үҙәгенә ебәрелә.

* Үҙәк тарафынан ғариза ентекле тикшерелә: мәғлүмәттәр компьютерға индерелә һәм балдар ҡуйыла. Проектты баһалағанда иң тәү сиратта фекер алышыуҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә күпме кешенең ҡатнашыуы, халыҡтан күпме иғәнә йыйылыуы иҫәпкә алына.

* Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, аҡса халыҡ билдәләгән объекттарға бүлеп бирелә.

* Субсидия алыусы урындағы хакимиәт эш өсөн подрядсылар таба. Тендер.

* Инициатив төркөм эш барышын даими контролдә тота. Аҙаҡтан хакимиәт вәкилдәре менән инициатив төркөм башҡарылған эштәр хаҡындағы актҡа ҡул ҡуя.

Шулай, әлеге ваҡытта халыҡтан аҡса йыйыу бара.
Зыярат - мәңгелек йортобоҙ.
Күптәребеҙҙең атай-олатайҙары, туғандары шунда ята. Уны тәртипкә килтереү - барыбыҙҙың да бурысы.

Ауылдаштар! Ишетмәй ҡалғандар, әйҙәгеҙ бергәләп ҡушылайыҡ был оло эшкә!
"Ил төкөрһә - күл булыр," тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит бороңғолар.

 

Фото: https://vk.com/id529167005

Автор:Әхмәтзәки Вәлиди музейы
Читайте нас