

– Өләсәй, ниңә шулай йәнгә тейеп мыжыйһың да мыжыйһың? Әсәйемдең оса-ҡуна килергә ҡанаттары юҡ табаһа!
– Күпме ҡысҡырырға була һуң? Ауырыу хәлен беләһегеҙме ни һеҙ?.. Ун минут үтте, һаман юҡ...
– Эше бар уның, хәҙер килер, тинем бит инде. Ниңә кәрәк булды һуң ул ҡапыл ғына? Эштән ҡайтып ҡына инде ләбаһа, – тип аңлатырға тырышты ҡыҙ күңеле ҡырылып ҡына барған өләсәһенә.
– 15 минуттан һуң дарыу эсергә кәрәк, ә уны бары ашағандан һуң ғына ҡабул итергә мөмкин, – тип ризаһыҙлығын белдерҙе Фатима әбей.
– Ярай, хәҙер үҙем килтерәм ашарға, – тип урынынан ҡуҙғалды ейәнсәре.
Тик өләсәһе һаман да ҡәнәғәтһеҙлеген белдереүен дауам итте: “Миңә нимә кәрәклеген һин беләһеңме ни, саҡыр әсәйеңде! Һеҙгә йомошоң төшмәһен”, – тип асыуланды. Зарема: “Эй, Хоҙайым...” – тип эсенән генә мығырҙап, кухняла мәж килгән әсәһе эргәһенә йүнәлде.
Бынан бер йыл элек Фатима инәйҙең сәләмәтлеге кинәт кенә насарланғас, уны ата-әсәһе үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайтты. Зарема уның бушаған фатирына күсенергә йыйынғас, ололар ҡырҡа ҡаршы төштө. “Бәләкәйһең әле үҙаллы йәшәргә, тәүҙә кейәүгә сыҡ, – тинеләр уйынлы-ысынлы. – Һинһеҙ беҙгә лә ауыр булыр, өләсәйеңде тәрбиәләргә кәрәк. Лекциянан һуң һинең ваҡытың бар. Ә беҙ көн буйы эштә”.
Элекке мөләйем, йомшаҡ телле өләсәһе ҡайҙа булған? Көн буйы мыжый ҙа мыжый, көйһөҙләнә. Ашау ваҡытын да үҙе билдәләне – иртәнге аш теүәл сәғәт 6-ла, бер минутҡа һуң да, иртә лә булмаһын... Мотлаҡ һоло бутҡаһы, йәшел сәй, ныҡ бешеп етмәгән өс бүҙәнә йомортҡаһы әҙер булһын – бына уның яратҡан иртәнге ашы. Әсәһенең кухняла һауыт-һаба шылтыратыуын ишетеп ятҡан Заремаға ла һикереп тороуҙан сара юҡ. Өләсәһенең ыңғырашыуы йәки хырылдауы йәнгә тейһә лә, уныһына күнеккән, быныһы – ярты бәлә. Ә бына теленең әселеге ҡыҙҙы ысынлап ярһыта, нервыларын ҡуҙғыта. “Ниңә был күлдәгеңде кейәһең, һис килешмәй”, “Был ҡыҙ менән дуҫлашма”, “Ҡалай әллә кемгә оҡшатып биҙәнгән булғанһың”, “Телефондан оҙаҡ һөйләшәһең” һәм башҡа ошондай көн дә яңғыраған тәнҡит, ризаһыҙлыҡ һүҙҙәренән тамам биҙгән ҡыҙҙы өләсәһенең бөгөнгө ҡылығы тамам сығырынан-сығарҙы.
Зарема уҡыуҙан һуң өйгә аяғы тартмағас, яҡындағы иҫке сквер яғына йүнәлде. Бәләкәй сағында яратҡан тылсымлы урын ине был йәшел мөйөш. Өләсәһе менән көн дә тиерлек килеп, ошо эскәмйәләрҙә ултырып ял итерҙәр, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ ине был икәүҙең. Бер көн өләсәһенең әҙерләп килтергән татлы пирожныйын тәмләп ашағаны, бергәләп туп уйнағаны иҫтә. Балалар баҡсаһында карантин булғанда өләсәһенең өйөнә алып ҡайтҡаны, китап уҡығаны, ниндәйҙер матур йырҙы көйләгәне иҫтә... Тыуған көнөнә алған бүләктәренә нисек шатлана ине ул! Ҡыҙҙың тулҡынланыуҙан күңеле йомшарҙы, ниндәй матур хәтирәләр, яҡты хис-тойғолар йөрөтә уның бәләкәй йөрәге! “Эй, өләсәй, ниндәй яғымлы, алсаҡ була торғайның, ҡайҙа һинең элекке мәрхәмәтле, йомарт күңелең? – Тәрән уйға батҡан Зарема, онотолмаҫ матур бала саҡ хәтирәләрен күҙ алдынан үткәреп, ҡапыл уянып киткәндәй булды. – Ғәфү ит мине, иҫәр ҡыҙыҡайыңды, өләсәй! Беҙ бит үҙебеҙ эшем эйәһе булып, һинән ҡасырға, йәшеренергә тырышабыҙ түгелме? Һин һүҙ ҡушҡанда кемдер наушнигын ҡолағына элә һала, кемдер ашығыс эш тапҡан була... Һиңә беҙҙән күп нимә лә кәрәк түгел, бары иғтибар, яратыуыңды белдереү генә мөһим... Ә беҙ һинең барлығыңды ла онотабыҙ, шуға күрә ошо һөйөү ярсыҡтарын төрлө ғәмәлдәр, ысулдар менән һорап алырға маташаһың түгелме?”
Зарема, кискеһен бөтә эштәрен ташлап, өләсәһе менән бергә сериал ҡарарға ултырҙы, ундағы ҡайһы бер геройҙарҙың “тетмәһен-теттеләр”, кемеһе менәндер һоҡландылар. Ейәнсәренең һорауҙарына Фатима инәй ҙә рәхәтләнеп, кинәнеп яуап бирҙе. Зарема хатта дуҫлашып йөрөгән егете тураһында ата-әсәһенән дә йәшергән серен систе. Өләсәй өләсәй инде, үҙенең “аҡыл һандығы”нан тормош һабаҡтары менән уртаҡлашты.
...Зарема, йоҡомһораған өләсәһенең битендәге һырҙарҙы йомшаҡ ҡулдары менән һыйпап, маңлайынан үпте. Фатима инәй бер һүҙ менән дә ғәжәпләнеүен белдермәне, бары йылмайып: “Рәхмәт, ҡыҙым”, – тип шыбырҙаны. Был төндә ул ыңғырашманы , көйһөҙлөктәре менән дә йөҙәтмәне. Баҡһаң, донъяла ауыртыуҙы баҫа торған тылсымлы дарыу бар икән – мөхәббәт.
Динә Арыҫланова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан