Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 06:11

Эсегеҙ ҡаталаһа...

Эске организмды даими рәүештә токсин һәм шлактарҙан таҙартып тороу мөһим. Кире осраҡта ул эс ҡаталауға килтерәсәк. Түбәндәге ысулды ҡулланып һеҙ организмығыҙҙы токсин һәм шлактарҙан таҙартып тора алаһығыҙ.

Эсегеҙ ҡаталаһа...Эсегеҙ ҡаталаһа...
Эсегеҙ ҡаталаһа...

Уның өсөн кәрәк: 150 г һөйәкһеҙ ҡара емеш (чернослив), 150 г күрәгә, 150 г йөҙөм, 5 сынаяҡ ҡайнар һыу.
Һыуҙы ҡайнатып сығарырға ла ҡара емеш, күрәгә һәм йөҙөмдө һалып тағы ла 15 минут ҡайнатырға. Артабан уттан алып, бер аҙ ваҡытҡа ултыртып ҡуйырға. Һыуытҡыста һаҡлана.
Көн һайын иртәнсәк бер ҡалаҡ ас ҡарынға эсергә. Эс ҡатыуҙан тиҙ арала ҡотолорһоғоҙ.
Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас