Йәмғиәт
31 Августа 2021, 08:13

Беҙҙең дә бар йәш оҫтабыҙ

Ниһайәт, Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты тамамланды, еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү «Ватан» паркы амфитеатрында үтте.

Беҙҙең дә бар йәш оҫтабыҙБеҙҙең дә бар йәш оҫтабыҙ
Беҙҙең дә бар йәш оҫтабыҙ

25 августан 29-на тиклем уҙған сарала ҡалабыҙҙың Балалар һәм үҫмерҙәр һарайы директоры Людмила Богданова етәкселегендә Ангелина Морозова ла ҡатнашты.

- Туғыҙынсы тапҡыр үткән чемпионатта 12-14 йәшлек үҫмерҙәр араһында ойошторолған «Мода технологияһы» компетенцияһында Ангелина бишенсе урын алды, - тип ихлас уртаҡлашты Людмила Викторовна. – Чемпионат өс модулде – «Худи» ҡатын-ҡыҙҙар блузонын әҙерләү, кеҫәһен һәм техник һүрәтен эшләүҙе үҙ эсенә алды. Ангелина моделды үҙе уйлап тапты, киҫте һәм текте. Тәрбиәләнеүсебеҙ – отҡор зиһенле бала, киләсәктә ул ҙур ҡаҙаныштар яулар әле, тип ышанам.

Балалар һәм үҫмерҙәр һарайында «Кейем дизайны» түңәрәгендә бары бер йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, Ангелина күп нимәгә өлгәшеп өлгөргән. Былтыр ул ошо уҡ сараның һигеҙенсе чемпионаты «Мода технологияһы» компетецияһында ҡатнашып икенсе урын яулаған.

Был сара – һөнәри оҫталыҡ конкурсы, шуға ла Ангелина Морозова менән Людмила Богданованы Башҡортостан йыйылма командаһына тәғәйенләйҙәр.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас