

Мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Уҡыу – бала өсөн етди көсөргәнеш. Бер көндә барыһы ла үҙгәрә: оҙон дәрестәрҙә ултырыу, белем алыу өсөн яуаплылыҡ, таныш булмаған коллективҡа һәм уҡытыусыға өйрәнеү. Был осорҙа ата-әсә мөмкин тиклем балаһы менән күберәк бергә булырға, аралашырға тейеш. Мөмкинлек булһа, ялды тап ошо мәлгә планлаштырығыҙ.
Уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу булдырығыҙ.
Башланғыс кластар — баланың ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән уҡыған осоро. Беренсе класс уҡыусыһының ошо һәләтен артабан үҫтереү зарур. Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарына мотлаҡ яуап бирергә тырышығыҙ. Әгәр үҙегеҙ белмәһәгеҙ, бергәләп китап, энциклопедия уҡығыҙ.
Мәктәпкә ыңғай ҡарашта булығыҙ.
Мәктәп хаҡында һәр ваҡыт ыңғай тойғо менән һөйләһәгеҙ, балағыҙ уҡыуға яҡшы мөнәсәбәттә буласаҡ, белем усағына ҙур теләк менән йөрөйәсәк.
Уҡытыусыны хөрмәт итегеҙ.
Башланғыс класс уҡыусыһы өсөн уҡытыусы — ҙур әһәмиәткә эйә шәхес. Әлбиттә, һеҙ һәр ваҡыт балағыҙ яҡлы буласаҡһығыҙ, әммә уҡытыусы хаҡында һәр саҡ хөрмәт менән һөйләгеҙ, уның күңелендә кире ҡараш булдырып ҡуймағыҙ. Әгәр атай менән әсәй бер-береһе хаҡында насар һөйләһә, быны бала бик ауыр кисерә. Тәүге уҡытыусы хаҡында кире фекерҙә булыу балаға шулай уҡ тәьҫир итә.
Шарттар булдырығыҙ һәм... ҡамасауламағыҙ.
Баланы үтә ныҡ ҡурсалау иғтибар етмәү кеүек үк зыянлы. Уның өсөн дәрес әҙерләп йәки портфелен йыйып, һеҙ уны мөһим, кәрәкле ғәҙәттәргә эйә булыуҙан мәхрүм итәһегеҙ. Ата-әсәнең бурысы — балаға үҙаллылыҡ, йыйнаҡлыҡ кеүек һәләттәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
Күнекмәләр тәртибе.
Уҡыуға тиклем ике-өс аҙна алдан ваҡытында ятып, иртәрәк тора башлағыҙ. Быны тотош ғаилә менән бергә эшләү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирер.
Римма СОЛТАНОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан