Йәмғиәт
28 Августа 2021, 10:00

Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын

Ауыл Советтарында тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр дауам итә. Йәшәйешебеҙ сығанағы тәбиғәт өсөн экологик өмәләрҙең мөһимлеген аңлап, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар һәм башҡа битараф булмағандар урамдарҙы ҡыйҙан таҙарта, биләмәһен төҙөкләндерә, буяу эштәрен алып бара.

Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһынАуылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ла эш ҡайнай. Бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ҡояш ҡыҙҙырыуға ҡарамаҫтан, өмәгә сыҡҡан.

- Һәр кесе йома биләмәләрҙә төҙөкләндереү эштәрен даими алып барабыҙ, сүп-сар контейнерҙарын буяйбыҙ, зыяраттарҙы ҡыйҙан таҙартабыҙ. Ике аҙна элек кенә Ҡарайған зыяратынан 12 машина сүп сығарҙыҡ, шулай уҡ Ҡарайған быуаһын кәртәләнек. Яңы Георгиевка ауылының Көнсығыш урамына һәм Козловский утарында юл түшәлде. Сүп-сар контейнерҙарының тәгәрмәстәре йыш һынып сығыусан, уларҙы ла алмаштырып торорға тура килә. Яңыраҡ һигеҙ контейнер һатып алдыҡ. Мәктәп янындағы йәйәүлеләр
өсөн юлды буяныҡ. Шулай уҡ Урман- Бишҡаҙаҡ һәм Ҡарайған ауылдары мәктәптәре юлына яҡтыртҡыс билдәләре ҡуйылды. Өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! - тине УрманБишҡаҙаҡ ауыл Советы рәйесе Айнур Ҡотошев.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы клубы мөдире Әлфира Рәшитова әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр клуб алдын ҡыйҙан таҙартып, ауыл ситендәге кәртәләрҙе буяған.

- Өмәлә Ҡарайған, Урман-Бишҡаҙаҡ, ЯрБишҡаҙаҡ, Әптек, Сәлих ауылдарынан хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Бындай сараларҙа барлыҡ ауыл халҡы ла ҡатнашһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Берҙәмлектә көс, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит, был эштәрҙе күмәкләп атҡарып сығырға насип булһын.

Экологик өмәләр киләсәктә лә дауам итәсәк. Шулай ҙа ҡыйламаған ерҙә генә таҙа булыуын онотмайыҡ!


Автор фотолары.

Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Ауылдарыбыҙ матур ҙа, таҙа ла булһын
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас