

Бөгөнгө көндә Белинский (700 метр) һәм Телеграф (800 метр) урамдарына, Нефтсе тораҡ районы юлына асфальт түшәлгән. Яҡын арала Майский, Смаҡай, Алебастр тораҡ райондарына юл һалынасаҡ. Артабан иһә ҡалабыҙҙың Космонавтар, Геология, Бучацкий, Ғәйфуллин, Ҡыҙылармеецтар урамдарына, шулай уҡ Ҡолғона, Васильевка ауылдарында берәр урамға асфальт япмаһы түшәләсәк.