Йәмғиәт
26 Август 2021, 07:39

Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы

Күптән түгел илдең хәрби ведомствоһы етәксеһе Сергей Шойгу "Витязь" машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте хеҙмәткәре Эдуард Сәйфуллинды "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләне.

Наградлау тантанаһы Рәсәй Федерацияһы оборонаһы менән идара итеү буйынса милли үҙәктә Берҙәм хәрби продукцияны ҡабул итеү көнөндә үтте – илдең оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының туғыҙ вәкиле араһында яҡташыбыҙ ҙа булды.

Эдуард Исмәғил улы компанияла 35 йылға яҡын эшләй. Ул программа менән идара ителеүсе станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе, егерме йылдан ашыу шәхси сифат тамғаһына эйә.

- Ошо йылдар эсендә бер ҡасан да үҙ һөнәремде йәки эш урынын алмаштырыу теләге булманы, - тип ихлас уртаҡлашты предприятие ветераны. – Бына 10 йыл улым Артур менән бергә эшләйбеҙ, ул да минең кеүек үк тормошон заводһыҙ күҙ алдына килтерә алмай.

Эдуард Сәйфуллин етәкләгән төркөм торсион валдар етештереүҙә тотош бер цикл башҡара тиһәң дә була. Ҙур булмаған коллектив етештергән 20 станокты хеҙмәтләндереүсе продукцияға бер ҡасан дәғүә белдерелгәне юҡ.

Һигеҙ ай элек Эдуард ағайға, үҙе һөйләүенсә, иң юғары вазифа йөкмәтелә – ул олатай була. Ейәнсәре әҙерәк үҫеп кенә алһын – уға тәмләп-тәмләп "Витязь" вездеходтарының нисек итеп эшләнеүе тураһында бәйән итә лә башлар.

 

Фото: https://vk.com/mkvityaz

Айһылыу ВАХИТОВА

Читайте нас