Йәмғиәт
24 Август 2021, 17:24

Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ

23 августа Рәсәйҙең хәрби дан көнө билдәләнде

Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡБаһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ

Йыл һайын 23 августа Рәсәйҙең хәрби дан көнө – 1943 йылда Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен Курск бәрелешендә тар-мар итеү көнө билдәләнә. Быйыл был датаға арналған тантаналы сара ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.

Бөйөк Ватан һуғышы барышын тамырынан үҙгәртеүҙе тәьмин итеүҙә Курск бәрелеше хәл иткес роль уйнай. 5 июлдән 23 авгусҡа тиклем дауам иткән был бәрелештә Совет Армияһы дошманды 140-150 саҡрымға сигенергә мәжбүр итә, Орел, Белгород һәм Харьков ҡалаларын азат итә. Гитлер армияһы унда 30 дивизияһын, шул иҫәптән ете танк дивизияһын, бөтәһе 500 меңдән артыҡ һалдат һәм офицерҙарын, 1,5 мең танкыһын, 3,7 меңдән артыҡ самолетын юғалта. Курск һуғышында Башҡортостандан 219-сы, 186-сы, 214-се уҡсылар дивизиялары ҡатнашһа, Бөйөк Ватан һуғышында республиканан барлығы 730 мең кеше фронтҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яландарында ятып ҡала. 277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.

Тәүге һүҙ Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллинға бирелде.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн залда ултырыусылар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары юҡ. Уларҙың һаны йылданйыл кәмей бара. Беҙҙең районда ни бары туғыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалды. Бөгөнгө сарала Байғужа ауыл Советы ветерандары рәйесе, Кинйәбулат ауылы тарихын, йолаларын һаҡлаусыларҙың береһе Юнир Йосоп улы Тимербулатов, яугир-интернационалистар ҡатнаша. Кинйәбулат нефте лә был аяуһыҙ һуғышты еңеп сығырға ярҙам итте, - тине ул.

Роберт Әхмәт улы уҡыусыларға һуғыш яланында ятып ҡалған олатаһының ҡәберен эҙләп табыу тарыхын да һөйләп ишеттерҙе. Уның ерләнгән урыны -Украинаның Запорожский өлкәһендәге Вербово ауылы (элекке исеме). Ишембай районы һәм ҡалаһы буйнса хәрби комиссар Кирилл Клюкин да Курск бәрелешендәге алышҡан һалдаттарҙың батырлығын иҫкә төшөрөп үтте.

- Йәш быуын тарихты оноторға тейеш түгел. Уны һатып алып та, хәтерҙән юйып ташлап та булмай. Йәштәр, һеҙ әле олатайҙарыбыҙҙың батырлығын аңлап етмәйһегеҙ. Телефонкомпьютерҙарҙа, интернет селтәрҙәре аша танкаларҙа атыш уйындары уйнайһығыҙ. Әммә был ысын һуғыш түгел. Киләсәктә һеҙ тыуған илебеҙҙе яҡлаусы, һаҡлаусы булырһығыҙ, тип ышанабыҙ, - ти Кирилл Александрович. Райондың ветерандар советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин да йәштәргә өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе.

- Район буйынса Курск бәрелешендә ҡатнашҡан яугирҙарҙан әле икәүһе иҫән. Улар бындай сараларға йөрөй алмай. Минең теләгем шул, мәктәптә үткән батырлыҡ
дәрестәрендә ветерандар ҙа ҡатнашып, уларҙың һуғыш тураһында һөйләүҙәре кәрәк. Сөнки киләсәк быуын илһөйәрлек рухында тәрбиәләнергә тейеш, - тине Ришат Иншар улы.

Сара үҙешмәкәр коллективтар тарафынан башҡарылған йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Һуғыш тураһында видеороликтар ҙа күрһәтелде.


Автор фотоһы.

Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас