Йәмғиәт
20 Август 2021, 16:57

Ауыл хәбәрҙәре

22 август беҙ Рәсәй флагы көнөн билдәләйбеҙ. Ошо байрам уңайынан Этҡол мәҙәниәт йортонда тантаналы саралар уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Әлеге көндә илебеҙҙә короновирус менән көрәш барған ваҡытта ауылыбыҙҙа иң тәүгеләрҙән булып Govid– 19 ауырыуына вакцина ҡаҙатҡан ауылдаштарыбыҙға рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырылды. Яҡупов Талха, Рәхмәтуллин Ғайса, Әхмәҙуллин Хәйҙәрйән ағайҙар оло йәштә булыуҙарына ҡарамай вакцина ҡаҙатҡандар. Хәйҙәр Фәйзрахман улы бөтә ғүмерен медицинаға бағышлаған кеше, был мәкерле сирҙе тик вакцина ярҙамында ғына еңеп була, тип ауылдаштарын вакцина эшләтергә саҡырҙы.

Байрамды Рәсәй тураһындағы патриотик йырҙар һәм бейеүҙәр биҙәне.

Артабан балалар менән “Рәсәй флагы – ғорурлығыбыҙ!” тигән велоуҙышҡа сыҡтыҡ. Хәүефһеҙлек өсөн еңел автомобиль артынан велосипедта шарҙар һәм Рәсәй флагын тотоп елдергән балалар ауылда байрам кәйефен тыуҙырҙы.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас