Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2021, 10:55

БЕҘҘЕҢ ӨСӨН КӘРӘК УЛ

Ошо көндәрҙә Яңы Ивановка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды. Был бәләкәй генә ауылдан 80-гә яҡын һалдат фронтҡа алына. Стеланың алғы яғында уларҙың исемлеге бирелһә, артҡы өлөшөндә ауыл тарихы яҙылған.

БЕҘҘЕҢ ӨСӨН КӘРӘК УЛ
БЕҘҘЕҢ ӨСӨН КӘРӘК УЛ

Яңы Ивановка ауылы башлыса 1910-1912 йылдарҙа Рәсәй империяһының Черниговский губернияһы, Суражский өйәҙенән килгән белорустарҙан барлыҡҡа килә. 1909 йылдарҙа Столыпин реформаларын индереү һөҙөмтәһендә Поленок Иван Иванович етәкселегендәге крәҫтиәндәр төркөмө үҙҙәре һәм туғандары өсөн Башҡортостандағы ерхужаларынан ер һатып ала. Төпләнгән урынды Иван Поленок исеме менән Ивановка утары тип атайҙар. 1940 йылғы архив мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда 311 кешенән торған 85 йорт иҫәпләнгән. Граждандар һуғышы һәм Сталин репрессияһы осоронда ауыл халҡы күп ҡайғы кисерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауыл халҡы улдарын фронтҡа оҙата. Әммә уларҙың барыһы ла тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Яңы Ивановка халҡы аслыҡ, юғалтыуҙар кисерһә лә фронт өсөн ныҡышмалы хеҙмәт итә.

- Мин үҙем Яңы Ивановкала тыуып үҫтем, олатай-өләсәйҙәрем дә ошонда йәшәне. Ауылыбыҙ юҡҡа сыҡмаһын тип, яуҙа ятып ҡалған яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә арнап ошо стеланы төҙөргә ҡарар иттек. Алтын бөртөкләп йыйыла тигәндәй, бөтә Рәсәй буйлап таралған ауылдаштар аҡса йыйҙы, пенсионерҙар һуңғы тинен йәлләмәне тиһәм дә, хата булмаҫ. Ә ауылда дача тотоусылар уны төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты. Барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡайҙалыр һуғыш яланында ятып ҡалған һәм шунда ерләнгән. Хәҙер улар беҙҙең менән, йәндәре лә тыныстыр, тип уйлайым һәм беҙ быға шатбыҙ, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй ошо эштә әүҙем ҡатнашыусы Надежда Ивановна Козлова.

Стеланы асыр алдынан мәрхүмдәр иҫтәлегенә йыназа уҡылды. Артабан Надежда Ивановна был ҙур эштә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы рәйесе Айнур Ҡотошев, активистарҙың эшен юғары баһаланы. “Киләсәк быуынға был өлгө булыр, йәштәр ҡаһармандарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел”, тине ул.

- Мин был ауылда 20 йыл тирәһе йәшәйем. Ер участкаһы алып, йорт һалып индек. Стеланы төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә оло рәхмәтлебеҙ. Беҙ оло, сауаплы эш башҡарҙыҡ, - тине үҙ сығышында Яңы Ивановка ауылы старостаһы Владимир Шурупов.

Сара аҙағында бер минутлыҡ тынлыҡ менән яу яланында ятып ҡалғандар иҫкә алынды.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: