

Был хужалыҡта ул механизатор булып былтырҙан эшләй. Һөнәрселек училищеһында белем алырға, армия сафтарында хеҙмәт итергә лә өлгөргән. Ҡаланан йөрөп эшләргә тура килһә лә, ауырһынмай.
- Атайым да колхозда 40 йыл тракторсы-механизатор булып хеҙмәт итте. Бәләкәйҙән эргәһендә йөрөп уның эшен күреп үҫтем. Шуға был һөнәр миңә бик яҡын, техниканы яратҡас, эшемде лә күңел һалып башҡарам. Яңы комбайнда йөрөүе үҙе кинәнес, - тине ул.
Күңелгә ятҡан эшең булыуы – үҙе ҙур бәхет. Ауыл хужалығына килеүсе белемле, тырыш йәштәр һаны тағы ла артһын.
Автор фотоһы.