Йәмғиәт
10 Август 2021, 06:10

Төҙөлөш эштәре дәррәү бара

Территориаль заказ сиктәрендә Ишембайҙың тораҡ райондары юлдарына ҡомло-ваҡ таш ҡатнашмаһын түшәү эштәре башланды.

Төҙөлөш эштәре дәррәү бараТөҙөлөш эштәре дәррәү бара
Төҙөлөш эштәре дәррәү бара

Кузьминовкала “Автобаза 102” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсы ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре Дуҫлыҡ, Шоссе, Аяҙ, Шишмә, Новостройка, Титов, Хәмиҙуллин урамдарында ремонтты тамамлаған да инде. Әле уларға Нефтселәр һәм Монасипов урамдарын түшәргә ҡалған. Кузьминовкала барлығы 3705 метр оҙонлоғонда юлға ҡомло-ваҡ таш ҡатнашмаһы
һалынасаҡ.

- Беҙҙең артабанғы объекттар - Тирмән-Йылға, Перегонный, Смаҡай, Алебастр биҫтәләре һәм Лев Толстой урамы. Был райондарҙа беҙгә 15 километрҙан ашыу юлды түшәргә кәрәк буласаҡ, - ти подрядсы ойошма директоры Марс Шәфиев.

Хакимиәт башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, ҡала хужалығын үҫтереү буйынса ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Радик Күсәрбаев әйтеүенсә, территориаль заказ сиктәрендә юлдарға асфальт түшәү эштәре Өфөнән тейешле техника килгәс тә башланасаҡ. Ишембайҙың һигеҙ һәм райондың ике урамын Өфө подрядсылары ремонтлаясаҡ. Барлыҡ эштәрҙе 1 сентябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.


Автор фотоһы.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас