Йәмғиәт
8 Август 2021, 04:00

Бәләкәйҙән күңелгә һеңгән шөғөл

8 август – Башҡортостан умартасылары көнө

Бәләкәйҙән күңелгә һеңгән шөғөлБәләкәйҙән күңелгә һеңгән шөғөл
Бәләкәйҙән күңелгә һеңгән шөғөл

Ҡортсолоҡ – атабабаларыбыҙҙан ҡалған һөнәр. Быуындар алмашына, ләкин шөғөл юғалмай. Атайҙарҙан балаларына һәм артабанғы быуынға күсеп дауам итә. Бөтә күңелен һалып ҡортсолоҡ серҙәрен өйрәнгән тәжрибәле умартасы Юрис Ғарифуллин менән ошо көндәрҙә осрашып һөйләшеү насип булды.

Маҡарҙа тыуып-үҫеп, ғүмер буйы ошо ауылда йәшәгән Юрис Сабир улы өсөн умартасылыҡ бала саҡтан килгән шөғөл.

- Үҙемде белә-белгәндән атайым умарта тотто. Ул күберәк эштә йөрөгәс, ҡорттарҙы әсәйемә лә ҡарарға тура килә ине. Беренсе класҡа уҡырға төшкәндә күрек тотоп уның эргәһендә ярҙамлашып йөрөнөм. Ҡорттан сағыласағыла эшкә өйрәндем. Бишенсе кластарҙа уҡығанда үҙем рамдар эшләй башланым. Элек бөтә нәмә ҡул менән эшләнде
бит. Әллә күпме көстө ала ине. Шул саҡтағы бер-ике рам әле лә бар. Ә инде 9-10 класта уҡығанда умарталар эшләргә оҫтарҙым. Ул умарталарҙың да бер нисәүһе һаҡланған, - тине бала сағын хәтерләп Юрис ағай.

Бәләкәйҙән өйрәнгән һөнәре ғүмерлеккә күңеленә һеңә. Үҫеп еткәс, ҡалаға китеү уйы ла булмай. Ауыл тормошо егетте нығыраҡ тарта. Ғаилә ҡороп, Маҡарҙа төпләнәләр. Оҙаҡ йылдар Ауыл Советында секретарь, эштәргә идарасы кеүек вазифаларҙы башҡара. Ләкин умартасылыҡтан бер ҡасан да айырылмай. Йылдар үткән һайын тәжрибәһе туплана, оҫталығы ла арта бара. Ҡортсолоҡто үҙеңә генә алып барыу мөмкин дә түгел. Был йәһәттән тормош иптәше Ләлә Ғәни ҡыҙы ныҡлы ярҙамсыһы булһа, һуңынан уларҙың өс ҡыҙҙары ла бер-бер артлы ҡул араһына инәләр. Хәҙер инде Юрис ағайҙың төп ярҙамсылары ейәндәре Инсаф менән Ислам. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, каникулда олатай менән өләсәйҙәре янындалар. Шуға 76 йәшкә етһә лә , Юрис Сабир улы яратҡан шөғөлөн ташларға уйламай. Белгәнен ейәндәренә өйрәтә.

- “Малайҙар, әйҙәгеҙ!” тип әйтеүем етә. Береһе лә ҡаршы килмәй, умарта ҡарашырға сығалар, - ти йылмайып әңгәмәсем. Беҙ барғанда ла ейәндәрен олаталары эргәһендә тап иттек. Бөгөнгө көндә Ғарифуллиндарҙың 20-ләп умартаһы бар. Ҡорт ҡырылған йылдарҙа ла ҡул һелтәп ҡуймай, бер-ике умартанан ҡабат уларҙы үрсетеп алып китә Юрис ағай. Быйылғы йылдың умартасылыҡ өсөн насар булмауын билдәләне .

- Беҙҙең яҡта йүкәлек күп. Шуға Маҡарҙың балы ла юғары баһалана. Умартасылыҡ өсөн бик уңайлы төбәк. Быйыл йүкә бөрөләнгән, сәскә атҡан мәлдә тәүҙә ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуы, аҙаҡ көслө ҡойма ямғырҙар яуыуы, бик уңайлы булманы. Шулай ҙа үҙебеҙгә етерлек бал алдыҡ. Бәләкәй саҡта йүкә сәскә атҡанда йомшаҡ ҡына ямғыр
һибәләп үтһә, бабайҙар “бал яуа” тип шатлана торғайны. Шуға бал уңышына һауа торошо ла ныҡ булышлыҡ итә. Быйыл бер умартанан уртаса 30 килограмм бал алдыҡ. Уңайлы һауа шарттарында ул тағы ла күберәк була. Мин бер ҡасан да бал һатам, аҡса эшләйем, тип умарта тотманым. Үҙебеҙгә, балаларға, күстәнәскә туғандарға китеп тора. Артып ҡалғанын таныш-белештәр һатып алып бөтә. Үҙебеҙгә етерлек тип кенә умарта тотҡас, уларҙы күсереп йөрөтмәйбеҙ, йорт эргәһендә ултыралар, - тине Юрис ағай.

Ысын умартасы өсөн балдың сифатлы булыуы ла мөһим.

- Балды өлгөргәс кенә айыртырға кәрәк. Ул осраҡта бал үҙенең сифатын юғалтмай, оҙаҡ һаҡлана. Өлгөрмәгән бал һыулы була, тиҙ әсей, - тип ҡайһы бер нескәлектәренә лә туҡталды. Шулай уҡ ҡорттарҙың таҙалыҡты яратыуҙарын, улар янына таҙа кейемдә генә эшләү мөһимлеген дә атап үтте, тәжрибәле умартасы. Умарталарҙы Юрис Сабир улы үҙ ҡулдары менән эшләргә күнеккән. Уның умарталарында 12, 15, 17, 24, хатта 27 рамлылары ла бар. “Хәҙер элекке һымаҡ түгел, бөтәһен дә станок менән башҡарам”, - тип эшенең еңелләшеүен дә билдәләп үтте. Ғүмер буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнһә лә, һаман да бал ҡорттары тураһында уҡый, өйрәнә.

- Әллә күпме китаптар уҡып сыҡһам да, мин аңлап бөтмәгән серҙәре күп әле. Кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәргә белгәнемде өйрәтәм. Барып ҡарашып килергә лә ауырһынмайым. Умартасы булыу өсөн иң беренсе күңелдә теләк кәрәк. Күптәр уны еңел эш тип уйлай. Умарта ҡуйҙым да, аҙаҡ бал алдым түгел шул. Даими иғтибар талап итә улар. Ауырыуҙары тураһында белеү, күҙәтеп тороу, ваҡытында дауалау сараларын күреү ҙә бик мөһим, – ти әңгәмәсем.

Хатта ҡышлауға урынлаштырғас та, умартасының күңеле тынғы тапмай. Уларҙың нисек геүләүен тыңлап, ҡорттарының хәл-торошон белеп-аңлап тора оҫта умартасы. Ҡорттарына эҫе түгелме, асыҡмағандармы – уларҙың геүләү тауышы буйынса хәлде асыҡлауы ауыр түгел.

Олоғайған көнөндә яратҡан шөғөлө булыуы, эргәһендә таянырҙай яҡындары менән бәхетле Юрис ағай.

- Иң мөһиме ейәндәрем янымда ҡарап, өйрәнеп йөрөйҙәр, - ти ҡәнәғәт йылмайып.

Йылдар үтер, Юрис ағайҙың атаһынан ҡалған шөғөлөн киләсәк быуын – вариҫтары дауам итер, тигән ышаныста ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.



Автор фотоһы

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас