Йәмғиәт
6 Август 2021, 05:27

Дегәнәк баш ауыртыуын баҫа

Дегәнәктең файҙаһын күптәр белә. Ул баштағы тамырҙарҙы таҙартырға ярҙам итә.

Бының өсөн дегәнәк тамырын яҡшылап йыуып, турайбыҙ ҙа, термосҡа һалабыҙ. Өҫтөнә яңы ҡайнап сыҡҡан һыуҙы ҡойоғоҙ. 10 сәғәт тирәһе торғандан һуң шыйыҡсаны һөҙөп алырға һәм һалҡын ергә ҡуйырға. Бер ай буйы иртән ярты стакан эсергә. Баштағы ауыртыныуҙар баҫылып ҡалыр.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас