Йәмғиәт
5 Август 2021, 13:30

Серетмә әҙерләү серҙәре

Күптәр баҡсаһында компост соҡоро яһай. Тик бөтәһе лә дөрөҫ эшләйме икән уны?

Серетмә әҙерләү серҙәреСеретмә әҙерләү серҙәре
Серетмә әҙерләү серҙәре

Күптәр баҡсаһында компост соҡоро яһай. Тик бөтәһе лә дөрөҫ эшләйме икән уны?

Компост соҡорона ырғытылған органик ҡалдыҡтар сереп, үҫемлек­тәр яратҡан гумус барлыҡҡа килтерә. Серетмә яһалыу өсөн кис­лород менән термофиль микроорга­низмдарҙың үтеп инеүе кәрәк, улар сүп өйөмөн ҡыҙҙыра.

Серетмә соҡорона сүп үләндәрен һалыуҙың зарары юҡ, сөнки 60-ҡа тиклем йылынғанлыҡтан зарарлы бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, ҡурсаҡтары, гельминттарҙың йо­мортҡалары, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар һәләк була. Компослау юлы менән саф ашлама алы­на. Тик бик оҙайлы ғәмәл ул, сүп үләндәре менән аш ҡалдыҡтарын өйөп һалып ҡуйһаң, өлгөрөп еткәнсе йылдар үтә, һаҫып сереү бара. Әммә уны махсус бактериялар тиҙләтә ала.

Миңә 2001 йылда заманы өсөн яңы препаратты һынауҙа ҡатна­шырға насип булды. Артабан уға Компостин тигән атама бирҙеләр.

Һынау барышында беҙ компост өйөмдәре өйҙөк тә йәй буйы ҡушылғанды үтәнек. Бөтәһе бер иш 10 өйөм яһалды: һынау өйөмөнөң һәр ҡатламына Компостин биоиретмәһе һиптерелде, ә контроль өйөмдәр препаратһыҙ өйөлдө. Һөҙөмтәлә өс айҙан һынау өйөмдәренән ҡиммәтле органик ашлама – компост алдыҡ. Компостин уның өлгөрөүен тиҙләтте, бактериялар бик яҡшы эшләне – компост камил ине, сүп үләндәре орлоҡтары ла, ҡоротҡос ҡурсаҡтары ла ҡалмағайны. Контроль өйөмдәрҙә ферментлашыу өсөн күп ваҡыт кәрәк булды, һәм ашлама киләһе йәй аҙағына ғына өлгөрҙө.

Хәҙер мин серетмәне тик Компо­стин менән эшләйем.

Компост өйөүҙең серҙәре лә бар. Уны күләгәлә яһарға кәрәк. Бейек­леге 1,2-1,5 метр булһын. Тәүҙә 30-40 сантиметр тәрәнлектәге ҙур булмаған соҡор ҡаҙалар, төбөнә ҡыҫҡа киҫәктәргә сапҡылап ҡыуаҡ ботаҡтарынан дренаж ҡатламы һалалар.

Һауа үтерлек ярыҡтар ҡалдырып, йәшник эшләһәң, бигерәк яҡшы. Бер стенаһын алынмалы иткәндә компосты болғатырға уңайлы була.

Дренаж өҫтөнә бер аҙ былтырғы компост ҡатламы йә тиреҫ, йә Бионекс һалып ҡалдырырға кәрәк. Ботаҡтарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы яҡынса 10-ар сантиметр ҡатламдар итеп өйөү яҡшы. Өйөмдө ҡара агротекс менән ябып ҡуйыу отошло: һыу һәм һауа үткәрә, даими темпе­ратураны һәм дымды (65-70 %) тота.

Һәр ҡатламға Компостин һиптерәм, бының өсөн 50 миллилитр препаратты 10 литр һыуҙа иретәм, был күләм 50 килограмм ҡалдыҡҡа һибергә етә.

 

Елена ЧИСТЯКОВА,

биолог, баҡсасы.

Фото:https://7dach.ru/technoexport/kak-uskorit-sozrevanie-komposta_2-240711.html

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас