Йәмғиәт
3 Август 2021, 19:21

Ауыл хәбәрҙәре

31 июль көндө Иҫәкәйҙә ауыл зыяратын таҙарттыҡ.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Тереләрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Был фани донъяла изгелек ҡылып, сауаплы эштәр башҡарып, мәңгелек йортҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу беҙҙең бурыс булып тора.

Ауылдаштарыма ҘУР РӘХМӘТ һүҙе еткерәһем килә. Бик күп кеше ҡатнашты өмәлә. Иртәнге сәғәт туғыҙҙа зыярат алды машиналар менән тулған, ҡалала, күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ һәм ауылда йәшәүселәр күптәре парлашып килгәндәр ине.

Киләсәктә ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтып, тағы ла рухланып, илһамланып эшләргә һәм йәшәргә булһын, тип теләп ҡалам.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА, Иҫәкәй ауыл клубы мөдире.
Читайте нас