

1-се Май урамының бер төркөм кешеләре (ауыл советы депутаты Ғарифуллин Рәфҡәт, Рафаэль, Рәфил, Ришат, Айбулат Фәхретдиновтар, Ҡотлоюлов Ҡадир) халыҡҡа мөрәжәғәт менән сыҡты. Мөрәжәғәт малдарыбыҙҙы һаҡлау тураһында ине. Халыҡ дәррәү күтәреп алды. Төрлө вариант ҡаралды. Электр- көтөүсе варианты уңайлы тигән фекергә киленде.
Район советы депутаты Сәлим Рәшит улы Хафизов менән кәңәшләшелде. Сөнки хужалығында электр -көтөүсене ҡулланыу тәжрибәһе бар. Тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, кәңәштәр бирҙе. 24 ғаилә ең һыҙғанып эшкә тотондо. Малға ҡышҡы ризыҡ әҙерләү осор булһа ла, бөтәһе лә ваҡыт тапты.
Кәртәләнә торған территория ҡаралды. Туғайы, урманы, аҡланы, һыуы, тау битләүҙәре булған көтөүлек билдәләнде. 2 көн эсендә 1300 бағана әҙерләнде. 1 аҙна эсендә 45 га ер 80 баш мал өсөн кәртәләнеп бөттө.
Шуныһы шатландырҙы - эшкә 80 йәште ҡыуған ағайҙар: Умербаев Рафиҡ, Иманғолов Әхмәт, Хәйбуллин Ғәбдрәшит; 4 бер туғандар Рәсүл, Рафаэль, Рәфил, Ришат Фәхретдиновтар; Фәткуллин Әсҡәт еҙнәһе Альберт менән; үҙ техникаһы менән Динисламов Ринат, Ҡотлоюлов Ҡадир, Мөхәмәтов Хәмит улдары Инсаф һәм Рөстәм менән Кутлуюлов Илшат, улы Илмир менән Ғәйсәр Ғилванов, улдары Азамат һәм Урал менән Шәфҡәт Ярмухаметов; Айнур Фахретдинов, Шәкир Юлмөхәмәтов дәртләнеп, шатланып эшләнеләр. Аҡһаҡалдар тәжрибә менән уртаҡлашһа, йәш быуындың етеҙлеге, көсө, эште башҡарыуҙы еңелләштерҙе.
Ә өйҙә йылы һүҙҙәре, тәмле аштары менән инәйҙәр, апайҙар дәртләндереп торҙо.
Эштең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне. Ауылыбыҙға йәм инде. Мал ваҡытында ҡайта, урам буйында мал йөрөмәй. Хатта хужалығында малы булмағандар ҙа рәхмәт уҡый.
Колхоз осоронда баҫыуҙары малдан һаҡлап алыу өсөн кәртә (уҡалса) ҡуйыла ине. Шуның һымаҡ икенсе йыл яҙ башы менән быҙауҙар өсөн кәртә (уҡалса) тоторға тип план ҡора Түбәнге Этҡол аҡһаҡалдары.
- Электән Этҡол халҡы эштәрҙе дәррәү, берҙәм өмәләр менән башҡара торғайны. Әлеге ваҡытта ла кәңәшләшеп ойошторолған эшкә халыҡ битараф түгеллеге күренде. Ошо ҙур эште берҙәм булып еңеп сығыуға ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Киләсәктә лә бергә булһаҡ, күп эштәр башҡарылыр, - ти эште ойоштороусы ауыл советы депутаты Рәфҡәт Рауил улы Ғарифуллин.
Этҡол ауылында берҙәм, егәрле,рухлы халыҡ йәшәй.
Ауылыбыҙҙы һаҡлайыҡ, бергә булайыҡ!