Йәмғиәт
3 Август 2021, 14:45

Ауылдарҙа иҫәп алыу бара

Был йәкшәмбе Рәсәйҙә ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу сараһы башланды. Ул 30 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Унда шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар, ауыл хужалығы ойошмалары, фермер хужалыҡтары, коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр ҡатнаша. Был сара эре һәм ваҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәт тупларға, ауыл хужалығына ярҙам саралары әҙерләү маҡсатында башҡарыла.

Ауылдарҙа иҫәп алыу бараАуылдарҙа иҫәп алыу бара
Ауылдарҙа иҫәп алыу бара

Ишембай районында ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу дәррәү башланып китте. Кисә Байғужала булып ундағы эш барышы менән таныштыҡ. Был ауыл Советы буйынса ике иҫәп алыусы эш алып бара. Береһе Кинйәбулат буйынса мәғлүмәттәр туплай. Икенсеһенә ҡалған ауылдар беркетелгән. Эште контролләүсе инструктор Айгөл Мирасова әйтеүенсә, барыһы ла ҡуйылған тәртипкә ярашлы алып барыла.

- Иҫәп алыусы эмблемалы йәшел төҫтәге махсус кейемдә йөрөй, кепка, накидкалары буйынса улар айырылып тора. Танытма менән паспорты булыуы ла мотлаҡ һанала. Хәүефһеҙлекте хәстәрләп, маска, бирсәткә кейеү ҙә мөһим талап. Алынған мәғлүмәттәр барыһы ла планшетҡа индерелә бара. Улар таратылмай, дөйөмләштерелгән рәүештә ҡулланыла. Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу тураһында халыҡҡа алдан иҫкәртелде.

Интернет селтәре аша ла хәбәр ителде, мәғлүмәт стендында ла иғлан эленде, гәзиттәрҙә лә яҙылды. Шуға ла халыҡ алдан белеп тора. Дөйөм эштә ауыл хакимиәте лә ярҙам ҡулы һуҙа, - тине Айгөл Минебай ҡыҙы.

Иҫәп алыусы Гөлнур Ғөбәйҙуллинаны һанап үтелгән талаптарға ярашлы кейемдә тап иттек.

- Кисә эште Аникеевка ауылынан башлап ебәрҙем. Иҫәп алыусы булараҡ беренсе тапҡыр эшләгәс, тәүҙә ҡыйыныраҡ булып торһа ла, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Халыҡ йылы ҡабул итә. Был сара тураһында ишетеп, ҡаршы алып уҡ торалар. Һорашҡанда барыһы ла хужаларҙың һүҙҙәренә ҡарап яҙыла, - тип һөйләне Гөлнур Наил ҡыҙы.

Гөлнур Ғөбәйҙуллина ҡарамағында йәнә Байғужа, Бәләкәй Байыҡ, Оло Байыҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡашалаҡбаш ауылдарын йөрөп сығыу бурысы тора. Юл йөрөү ҙә ҡурҡытмай. Машинаһы руле артына ултырып башҡа ауылдарға ла елдереп сығып китә әңгәмәсем.

Әле эш башланып ҡына тора. Төп һорауҙар ер, баҡса участкалары, мал-тыуар, ҡош-ҡорт һанына ҡағыла. Барлығы район буйынса был мөһим сараны алып барыуҙа 29 иҫәп алыусы, 5 инструктор эшләй.

- Халыҡ бындай сараларға һәр ваҡыт яуаплылыҡ менән ҡарай. Был юлы ла һынатмабыҙ, билдәләнгән эште сифатлы итеп башҡарып сығырбыҙ тип ышанам, - ти Башҡортостанстаттың Ишембай ҡалаһындағы подразделениеһы етәксеһе Гөлсинә Ғилманова. 


Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас