

2 август – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө
Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – һәр буласаҡ һалдат өсөн ҙур хыял. Шулай ҙа ҡәтғи талаптарға бөтәһе лә ярай алмай. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡасандыр хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ Азат Рәхмәтуллин был турала яҡшы белә.
- Десантсы һәр яҡлап оҫта: төрлө ҡоралдан да яҡшы ата, парашют менән дә һикерә, хәрби техниканы ла йөрөтә белә… Ҡыҫҡаһы, “ҡанатлы пехота”ға эләгергә
теләүселәр тәү сиратта хеҙмәт иткән ваҡытта төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн физик яҡтан көслө һәм рухи яҡтан әҙер, белемле, ҡурҡыу белмәҫ, сәләмәт тормош алып барырға тейеш, сөнки төрлө һәм күп сәғәтле күнекмәләргә бөтәһе лә сыҙай алмай, - ти ҡасандыр ошо төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән Биксән ауылы егете Азат.
Азат Рәхмәтуллин 2000 йылдың 2 июнендә әрме хеҙмәтенә алына. Һаулығы ныҡ һәм тап һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеү теләге ҙур булғанға күрә, уны Рязань ҡалаһында урынлашҡан 137-се һауа-десант полкына йүнәлтәләр. Хәрби уҡыуҙарҙы ла унда үтә, разведчик-снайпер итеп тәғәйенләнә.
- Төрлө хәрби уҡыуҙарҙа, походтарҙа булырға, яңы ҡоралдарҙы һәм ауыр хәрби техниканы һынарға тура килде. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар араһында сәғәтенә 350 километрҙан ашыу тиҙлек менән осҡан “Ил-76” самолетынан парашют менән һикереүҙәр (бөтәһе 15 тапҡыр) булды. Ә самолет бортында 120 десантсы. Тәүге тапҡыр һикергәндә автоматһыҙ булһаҡ, ҡалғандары тулы хәрби комплект менән инек, - тип иҫкә төшөрә ул.
Әңгәмә барышында Азат ике йыл хеҙмәт итеү осоронда Югославияның Приштин халыҡ-ара аэропортын һаҡлауҙа ҡатнашыуын, Францияла уҡыуҙарҙа булыуын да иҫкә төшөрҙө. Һалдатҡа хеҙмәт юлында үҙ иңендә төрлө ауырлыҡтарҙы ла татырға тура килгән. Азат Абдулхай улы Чечня Республикаһында контртеррористик операцияларҙа ла ҡатнаша. Ул йылдарҙа һуғыш шауҡымы тынмай, боевиктар тарафынан йә терракт ҡылына, йә сик һағына, контроль-үткәреү пункттарына һөжүм яһала, йә тыныс халыҡ аманатлыҡҡа алына, шуға күрә офицерҙарға ла, ябай һалдаттарға ла уяулыҡ һаҡлап, һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә йөрөү талап ителә. Әммә Азат был турала һөйләргә яратмай.
- Бәхеткә күрә, беҙҙең ротала һәләк булыусылар булманы. Сөнки рота командиры һәр беребеҙҙе алдан бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы ныҡлы әҙерләгәйне. Әрме хеҙмәте кешене ҡыйыулыҡҡа, үҙ аллы фекерләүгә, тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтә, донъяға ҡарашың да үҙгәрә. Улым да киләсәктә десантсы булырға хыяллана. Мин быға ҡаршы түгел, теләге бар икән, әйҙә Ватан алдында изге бурысын үтәһен, - тип һүҙен йомғаҡланы Азат Рәхмәтуллин.
Азат әрменән тыуған ауылына 9 майҙа - халҡыбыҙ Бөйөк Еңеү байрамын билдәләгән көндә ҡайтып төшә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенә эшкә урынлаша. Унда 16 йыл хеҙмәт иткәндән һуң хаҡлы ялға сыға. Әлеге ваҡытта ул «Роснефть» компанияһында водитель булып эшләй. Десантсының күкрәген миҙалдар биҙәй. Уларҙың иң ҡәҙерлеһе Суворов миҙалылыр, моғайын. Ул Азат Абдулхай улына хәрби ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырылған.
Фото ғаилә архивынан алынды.