

Уның маҡсаты – ауыл хужалығында булған структура үҙгәрештәре тураһында рәсми статистика мәғлүмәтен формалаштырыу. Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу һөҙөмтәләре ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың тормошон комплекслы сағылдырыу йәһәтенән мөһим сара булып тора. Иҫәп алыу барышында һорау алыуға ауылдарҙағы шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар йәлеп ителә. Иҫәп алыу битендә йорт хужалығында йәшәүсе кешеләр һаны, ер участкаһын файҙаланыу структураһы һәм характеристикаһы, ауыл хужалығы малдары һаны тураһында һорауҙар бар.
Иҫәп алыу бите кешенең һүҙҙәренә ҡарап тултырыла, ниндәйҙер документтар күрһәтеү талап ителмәй. Унда фамилия, адресты күрһәткән графа ла юҡ. Был осраҡта күләмле дәүләт сараһының мөһимлеген халыҡ һәр ваҡыттағыса аңлап ҡабул итер, дөрөҫ мәғлүмәттәр бирер тигән ышаныс ҙур. Ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары тураһында мәғлүмәттәр таратылмай, ул бары тик йыйылма мәғлүмәт туплау өсөн файҙаланыла.
Халыҡ иҫәбен алыу сараһы кеүек үк, ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу ҙа яңы технология кимәлендә уҙғарыла. Иҫәп алыусылар планшет компьютерҙар менән тәьмин ителә. Был иһә эш сифатын күтәрергә, мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм эшкәртеү процесын тиҙләтергә булышлыҡ итә. Ишембай районы ауылдарында халыҡ менән 29 иҫәп алыусы эшләйәсәк.
Иҫәп алыусыны таныуы ауыр түгел, ул: “Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу” эмблемаһы һәм яҡтылыҡты сағылдырыусы һыҙыҡтары булған йәшел төҫтәге махсус кейемдә йөрөйәсәк. Үҙе менән танытмаһы һәм паспорты булырға тейеш.
Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре быйыл декабрь айында баҫтырыласаҡ, һуңғы мәғлүмәттәр киләһе йылда билдәле буласаҡ. Тупланған материалдар тәүге сиратта аграр сәйәсәтте формалаштырыу, ауыл хужалығы үҫеше буйынса саралар күреү, төбәкте һәм илде хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла.