

Өндәшмәүең – алтын. Алсаҡ, йор һүҙле, зәңгәр күҙле, барыбыҙҙан да егәрлерәк, тәүәккәлерәк Рәмиләне 20 йыл йәшәгән ире ташлап китер тип кем уйлаған? Икеһе лә бына тигән пар, йөҙ-ҡиәфәттәре менән дә оҡшашып тора үҙҙәре, тип ҡыуана инек.
Бынан бер нисә йыл элек күрше ҡалаға күсеп киткәс, бәйләнештәр бер аҙ йомшарып, осрашыуҙар һирәкләнгәйне шул. Таһирҙың өйөнән сығып китеүен уртаҡ таныштар аша ишеткәс, аптырауымдың сиге булманы. Йәшлектә һөйөү серҙәрен уртаҡлашып, бер табаҡтан ашап йөрөгән айырылмаҫ дуҫтар инек. Ниндәй генә хыялдар ҡормай торғайныҡ, донъяла иң бәхетлеләр беҙ булырға тейеш инек тә баһа!
Коронавирус та кәртә була алманы, тоттом да йәйге эҫе көндәрҙең береһендә, ғаиләмде ҡалдырып тороп, әхирәтем һәм ҡыҙы Лилиә йәшәгән “Шатлыҡ” урамындағы йорттарына юл алдым. Бында барыһы ла элеккесә, ҡайҙалыр аҙашып ҡалған матур көндәрҙе, бәхетле, дыуамал йәшлекте хәтерләтә. Тик Таһир ғына юҡ, алыҫ тип тормаған, Мәскәү һынлы Мәскәүгә һөйәркәһе эргәһенә киткән дә батҡан. Таныштар Рәмиләнең иренең хыянатын ауыр кисереүе, төндәрен йоҡлай алмай ыҙаланыуы, 43 йәштә яңғыҙ ҡалыуҙың ни тиклем ҡыйынлығы тураһында яйы сыҡҡан һайын иҫкә төшөрөп кенә торҙо. “Шул тиклем йәлләйбеҙ беҙ уны, 43 йәштә ҡатын кешегә шундай ҡайғы кисереүе ҡалай ауыр ...” – тип тә өҫтәйҙәр.
Тик ни өсөн 43 йәштә генә яңғыҙ ҡалыуҙың ауыр булыуын аңлай ҙа, ризалаша ла алмайым, илле йәки алтмыш йәштә яратҡан кешеңдең хыянатын кисереүе, тыныс күңел менән ҡартлыҡҡа аяҡ баҫыр мәлдә ҡыу ағас кеүек яңғыҙ ҡалыу еңелме әллә? “Мин киләм” тип шылтыратҡас, бик шатланды. Уның һары рауза сәскәләрен яратҡанын белгәс, гөлләмәләр тотоп барып индем. “Шатлыҡ” урамында йәшәгәндәргә шатлыҡ алып килдем! Ҡабул итәһегеҙме?” – тип сәләмләнем. “Ҡара әле, онотмағанһың ниндәй сәскәләрҙе яратҡанымды. Әйҙә, үт”, – тип мине ҡосаҡланы Рәмилә.
Стеналарға эленгән ғаилә фотоларының юҡлығын шәйләнем. Был тәбиғи ҙә кеүек, ҡатын-ҡыҙ хыянатсы ирҙәрҙең “эҙҙәрен” шулай кире ҡайтмаҫлыҡ итеп ҡороторға тырыша инде. Әхирәтем сәстәрен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, тап йәш сағындағыса, үҙенә бик килешә. Таһир менән йәшәмәүе тураһында үҙе һүҙ башланы. Ауыр кисергән, хатта психологка барырға мәжбүр булған. Шулай серләшеп ултырған саҡта ҡыҙы Лилиә кухня ишегендә күренде. “Әсәй, етер инде һиңә, күпме бәхетһеҙлегеңә зарланып, илап ултырырға була? Ысынында иһә ҡәнәғәтлегең йөҙөңә сыҡҡан, хатта атайҙың һөйәркәһен үҙеңә ҡаратып, дуҫлашып алдың. Дөрөҫөн һөйләргә кәрәк...” – тип бер тынала хәбәрен әйтеп, бүлмәһенә инеп бикләнде.
Ҡыҙының асыуланыуына Рәмиләнең иҫе лә китмәне: “Лилиә хаҡлы, мин һаман элекке ғәҙәт буйынса ирҙең тетмәһен-тетеп, уның сығып киткәненә көйөнгән булып, бәхетһеҙ, эшкинмәгән ҡатын-ҡыҙ ролен уйнап ултырам. Һаман шул ғәҙәттән арынып булмай...”
Ул психологка бер тапҡыр барып һөйләшеп ҡайтҡандан һуң бушҡа ваҡыт уҙҙырып, аҡса туҙҙырып йөрөүен аңлай. Таһирҙың үҙ теләге менән өйҙән сығып китеүенә шатланырға ғына кәрәк, унан ҡотолоу үҙе бәхет тә баһа, тигән уй башына килә. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәгән ғаиләләргә еңел түгел. Ире эсергә әүәҫләнгән, аҙналар буйы “запой”ҙа ятҡанын кеше күҙенән йәшереп маташҡандар. Тик сирҙе йәшереп буламы?
“Нисек уны ҡыуып сығараһың? Йәл бит, минһеҙ ҡайҙа барып төртөлөр, кем ашатыр, эсерер, тип уйлайһың. Айнығас, “башҡаса ауыҙыма ла алмайым” тип һүҙ бирә... һәм яңынан башлай. Ул бит һәләтле кеше, ҡасандыр миңә арнап шиғырҙар яҙа торғайны...” – Рәмилә, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, һөйләүен дауам итте. Ире Мәскәүҙә йәшәгән яңғыҙ ҡатын менән ҡайҙалыр танышҡандан һуң, йыш ҡына “командировкала” юғала башлай һәм, бер көн килеп, бөтөнләйгә ғаиләһенән сығып китә. Һөйәркәһе “йә мин, йә ул” тип шарт ҡуйғас, ниндәйҙер ҡарарға килергә кәрәк бит.
– Бер ваҡыт Рая шылтыратҡас, аптырап киттем. Баҡһаң, Таһир “запой”ҙан сыға алмай йонсой икән. “Бындай хәл менән тәүге тапҡыр осрашам, уға нисек ярҙам итергә”, – тип һорашырға булған. Миндә был йәһәттән “тәжрибә” мул булғас, уртаҡлаштым. Бер яҡтан, был Рая торғаны бер йылан инде, ғаиләбеҙҙе боҙҙо, икенсенән, мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен, эскесе яфаларынан, уға бәйле әллә күпме проблемаларҙан, алдашыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Иҫерек эргәһендә йәшәүҙең ҡартайтҡанын, ғүмерҙе ҡыҫҡартҡанын яҡшы беләм.
– Ҡара әле, әхирәт, һин, ысынлап та, йәшәреп, һылыуланып киткәнһең, йортоңа аяҡ баҫыу менән үҙеңә комплимент әйтмәксе булғайным да, ҡыйманым, аңламаҫһың тип уйланым. Ҡыҙың менән апалы-һеңлеле кеүекһегеҙ!
– Бөтә таныштар ҙа шулай ти. Рая ниңә элегерәк осраманы икән иремдең юлында, тип үткән йылдарымдың әрәмгә үткәнен йәлләйем...
Динә АРЫҪЛАНОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан