

Ҡалала һигеҙ урам яңы төҫ аласаҡ. Бучацкий урамында яҡынса 364 метр, Ғәйфуллин урамында – 450, Космонавтар урамында шәхси сектор яғынан - 352, Белинский урамында 700 метр оҙонлоғонда яңы асфальт япмаһы түшәләсәк. Быға тиклем һалынған асфальт юлдарҙы ремонтлау Телеграф урамында 800 метрҙа, Ҡыҙылармеецтар урамында - 1002, Геология урамында - 225, “Нефтсе” тораҡ районына киткән яҡта 1200 метрҙа башҡарыласаҡ.
Шулай уҡ Ҡолғона ауылында Комсомол урамында 1200 метр һәм Васильевкала Блюхер урамында 800 метр тирәһе оҙонлоҡта яңы асфалт һалынасаҡ.
Юлдарҙа күләмле эштәр алып барыу, әлбиттә, хәрәкәттә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыр. Ләкин бының ваҡытлыса күренеш икәнлеген, ҡала һәм районыбыҙҙың йөҙөн матурлау өсөн башҡарылған сара булыуын аңлап ҡабул итеү мөһим.