

Иртәнге сәй әҙерләп йөрөгәндә, ишектә Нәҡиә әбей күренде. “Ҡунаҡтар ҡайтҡан тип ишеттем дә, барып күрәйем, тип килдем әле”, – тип һөйләнә-һөйләнә инде ул ишектән. “Әйҙүк, бәхетленең ҡунағы бергә”, – тип ҡәйнәм әбейҙе түргә саҡырҙы. Ҡала күстәнәстәре менән сәй янында ихлас гәпләштек. Ул беҙҙән Өфө тормошо тураһында һорашты, беҙ унан балалары хаҡында белештек.
Иремдең бабаһының хәләл ефете ул Нәҡиә әбей. Мансаф бабай күптән мәрхүм булһа ла, ғүмер буйы аралашып йәшәгәс, әбей ҡәйнәмдәргә килеп йөрөй. Өс балаға ғүмер биргән улар. Һәр береһе, үҙ донъяһын ҡороп, өйләнеп йәшәй башлағайны ла бит, кесе улдары Морат ялҡау булып сыҡты. Бай ғына ҡыҙға өйләнеп, етешлектә йәшәй башлағайнылар. Эшҡыуар ҡайныһы кейәүен үҙ бизнесына ылыҡтырырға теләне. Әммә Морат, ялҡаулығына баш була алмай, тыуған йортона кире ҡайтып керҙе. Хатта улым бар тип тә торманы. Кәләше нисек кенә бергә йәшәргә тырышмаһын, ир ғаиләһенә ҡабат барманы. Ауылда эскелеккә һалышып, тамам юҡҡа сығып йөрөй. Әсәһенән бер туҡтауһыҙ тәмәкегә, эскегә аҡса таптыра.
“Морат ни хәлдә һуң әле?” – тип һорап ҡуйҙы ирем бергә уйнап үҫкән дуҫы-туғаны хаҡында. “Ҡуй инде, һорама ла... – тип ауыр уфтанды әбей. – Шул эсеүе менән тамам тәҡәтте ҡоротто, үлмәй ҙә бит, исмаһам. Тыныс йәшәр инем ҡалған ғүмеремдә...” Был һүҙҙәрҙән йөрәк жыу итеп ҡалды... Әсә кеше үҙ балаһын ҡарғап, үлем теләһенсе әле... Шулай ҙа, үҙәгенә үтмәһә, бындайҙы әйтмәҫ ине, моғайын, тигән уй үтте баштан.
Ауыр тынлыҡты ҡәйнәм боҙоп: “Нәҡиә апай, иртәгә тыуған көнөң түгелме һуң? Гөлфиә ҡыҙың ҡайтмаймы?” – тип һорап ҡуйҙы. “Эйй, шулай шул (83 йәше менән барған инәй тыуған көнөн дә онотҡайны инде). Әлләсе, шылтыратҡанда ҡайтырға оҡшамағайны. Кем белә, бәлки, ҡайтыр ҙа...” – тине әбей, йөҙө яҡтырып. Шулай ҙа кибеттән тәм-том алып ҡуяйым, тип йәһәтләп сығып китеү яғын ҡараны.
Был ваҡытта юлда ҡыҙы Гөлфиә, әсәһенә тыуған көн бүләге булып ҡайтып төшөргә уйлап, ҡала-ара автобусына ултыра. Шәп килгән транспорттың алдына ҡаршы һыҙаттан йөк машинаһы килеп сыға. Автобус, бәрелмәҫ өсөн тайпылып, юл ситенә оса. Ауыр йәрәхәтләнгәндәр араһында Гөлфиә лә була, умыртҡа һөйәге һына... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтып етергә насип булмай уға, кире Ырымбур ҡалаһына дауаханаға алып китәләр...
Был аяныслы ваҡиға ваҡыты әбейҙең Моратты әрләп ултырған сағына тура килә. Ирекһеҙҙән, әсә ҡарғышы икенсе балаһына төштөмө икән әллә, тигән уй килә. Хоҙай үҙе генә белә инде... Шулай ҙа ауыҙҙы үлсәп асыу хәйерле – быны бер ҡасан да онотмаһаҡ ине.
Миләүшә Сайтакова.
Фото:moskva.bezformata.com