

Илдус Ҡолғона егете булһа, Роза Салауат ҡалаһы ҡыҙы булып сыҡты. Мәктәптән һуң һөнәр алырға Илдус Ишембай нефть колледжына юллана, Роза Өфө дәүләт авиация-техник университетының Ишембай филиалында белем ала. Ә яҙмыш уларҙы Ҡолғонала осраштыра. Роза йәйге каникулға инәһе эргәһенә ҡайтҡан мәлдә күрешә йәштәр.
- Йәйге бесән осоро ине. Беҙҙең урамдан үтеп барыусы матур ғына ҡыҙҙы күреп, шунда уҡ күҙ һалдым, кисен клубҡа сыҡҡанда ҡыйыулығым етеп, эргәһенә килеп таныштым, - ти йылмайып ғаилә башлығы.
Танышҡан көн Розаның да йөрәгенә уйылған.
- Илдустың иплелеге, миңә “һеҙ” тип өндәшеүе тәүҙә үк оҡшаны. Үҙенең матур холҡо менән ышанысымды яуланы. Әле лә шулай кешеләргә итәғәтле ул. Балаларҙы ла бик ныҡ ярата. Эшкә киткәндә уны һағынып көтөп алабыҙ, - тине Роза тормош иптәшенән уңыуына һөйөнөп.
Биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2007 йылда йәштәр ғаилә ҡора. Өс бала үҫтереү тигән уртаҡ хыялдары ла тормошҡа аша - Юлиә, Алмаз, Аяз бөгөн ғаиләнең йәме булып ҙурайып килә. Юлиә менән Алмаз Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала, уҡ атыу, бейеү түңәрәгенә яратып йөрөйҙәр. Кеселәре Аяз әле балалар баҡсаһында. Ишембайҙан ситкә китмәү ҙә үҙенән-үҙе килеп сыға. Туғандарының, дуҫтарының күбеһе ошонда булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай.
Илдус һөнәре буйынса нефтсе, алыҫ Якутияға йөрөп эшләп ғаиләһен хәстәрләй. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Өфө дәүләт нефть-техник университетын да тамамлап килә, әле аҙаҡҡы курста уҡый. Роза тегеү менән шөғөлләнә, балалар бағыу ҙа күпселек әсәй иңенә төшә.
Фатирҙа йәшәгән саҡтарында күңелдәре һәр саҡ шәхси йортҡа тартыла Кәримовтарҙың. Ваҡыт үтеү менән был теләктәре лә тормошҡа аша. Бөгөнгө көндә “Нефтсе” тораҡ районында ике ҡатлы иркен йортта йәшәйҙәр. Балаларҙың да һәр ҡайһыһының үҙ бүлмәһе. Эргәлә баҡса булыуы ла күңел йыуанысы.
Тик ултырыу хас түгел уларға. Хәрәкәттә –бәрәкәт, тигәндәй, Роза менән Илдус иртә менән йүгереүҙе ғәҙәткә индергәндәр, велосипедта йөрөү ҙә уларҙың яратҡан шөғөлө. Буш ваҡыттары булһа, ғаилә менән тәбиғәткә сығып китәләр.
Төрлө яҡлап әүҙем булыуҙары менән һоҡландырҙы Кәримовтар. 2015 йылда “Йәш ғаилә” район-ҡала конкурсында 1-се урын алғандарын да яҡташтары онотмағандыр. Шуға әлеге конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә, Кәримовтар ҡаршы
килмәй.
“Беҙҙең өсөн тауыш биргән барлыҡ туғандарға, дуҫтарға, таныштарға рәхмәтлебеҙ”, - ти улар. Тап ошондай конкурстарҙа ғаиләнең көсө, туғандарҙың, дуҫтарҙың берҙәмлеге сағыла. Һеҙҙе хуплаусы, дәртләндереүсе яҡындарығыҙ киләсәктә лә шулай күп булһын !
Автор фотоһы.