Йәмғиәт
24 Июль 2021, 05:15

Күңел һалып башҡарғанда эш ырай

24 июль - Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө

Күңел һалып башҡарғанда эш ырайКүңел һалып башҡарғанда эш ырай
Күңел һалып башҡарғанда эш ырай

Һәр кем дә эшҡыуар булып китә алмай. Бының өсөн тырыш булыу ғына етмәй, тәүәккәллек тә кәрәк. Ишәй ауылынан Лиана Маннасова ошо сифаттары менән эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыштар яулай.

Һөнәре буйынса ул юрист, 20 йыллап эшкә урынлаштырыу буйынса белгес, юрист булып эшләй. Ишәйҙә йорт һалып, ғаиләһе менән ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡас, ул үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була. Тормош иптәше Илшат Фариз улы ла ҡатынының был ниәтен хуплап ҡабул итә. Буш бина һатып алып, күп тә үтмәй “Нур “ исемле магазин асып ебәрә. Лиана Шәрифйән ҡыҙының хәҙер эшҡыуарлыҡта ла һигеҙ йыллыҡ тәжрибәһе бар. Сауҙа эшен бер аҙ үҙләштергәс, ит ярымфабрикаттарын етештереү буйынса цех та ойоштороп ебәрә.

Һәр эштең үҙ нескәлеге. Сауҙа ла еңел тармаҡ түгел. Халыҡ менән эшләүҙең яуаплылығын да коллектив яҡшы аңлай.

- Һатып алыусыларға иғтибарлы булырға, уларға хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген һатыусыларым белеп тора. Үҙеңдең кәйефең булмаһа ла, магазинға килгән кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу, матур итеп тыңлау беҙҙең эштә мөһим сифат. Һатыусы ҡыҙҙарым тырыштар, ғәҙелдәр, уларға ышанам, - тип үҙенең хеҙмәткәрҙәре хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтте эшҡыуар.

Уның үҙенән дә көс талап ителә. Эшен еренә еткереп, төплө итеп башҡарыу хас Лиана Шәрифйән ҡыҙына. Көндәр буйы машина руле артында йөрөһә лә, зарланғанын ишетмәҫһең.

- Минең өсөн һатылған тауарҙың, аҙыҡ-түлектең сифатлы булыуы мөһим. Шуға ла тауар артынан үҙем йөрөйөм, үҙем алып ҡайтам. Халыҡтан рәхмәт һүҙен ишетеү ҙә эшемә дәрт бирә. Тотонғанмын икән, уны матур итеп башҡарырға тигән маҡсат менән эшләйем, - тигән һүҙҙәрендә лә хеҙмәтенә яуаплы ҡарашы тойола. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үҙенең хеҙмәттәштәренә лә изге теләктәрен еткерергә онотманы:

- Сауҙала эшләүе еңелдән түгел. Коллегеларыма күңелдәрен төшөрмәүҙәрен, түҙемлек һәм уңыштар теләйем, - тине ул.

Тормошобоҙҙо магазинһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә уларҙың кәрәклеге ныҡ тойола. Һәр кем дә тауар алырға ҡалаға йөрөй алмай. Эшҡыуарлыҡ үҫешенең тағы ла бер ыңғай яғы – халыҡҡа күпме булһа ла эш урындары барлыҡҡа килә. Шуға ла эшҡыуарҙарҙың артыуы ауыл өсөн дә файҙаға ғына.


Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас