Йәмғиәт
24 Июль 2021, 10:45

Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта

Күптән түгел район кимәлендә уҙғарылған ”Өлгөлө шәхси ихата” конкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ булыусыларҙың донъяларын яҡындан күреү, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырыу маҡсатында Биксән ауылынан Гөлнара менән Фәнүр Садыҡовтар ғаиләһендә булып ҡайттыҡ. Улар әлеге конкурста өсөнсө урынға лайыҡ булғайны.

Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡтаБәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта
Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта

Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, тырыш, егәрле хужаларҙың йорттары ла әллә ҡайҙан балҡып, тирәйүнгә йәм биреп ултыра. Беҙ барғанда ғаилә башлығы эштә булып сыҡты.

Уның менән осрашып һөйләшеү форсаты теймәне. Беҙҙе хужабикә Гөлнара Әхтәм ҡыҙы ҡаршыланы, хәл белешергә ингән әсәһе Миңнур Баймырҙина менән дә танышыу насип булды. Ҡыҙы менән кейәүенең йорттарының конкурста алдынғылыҡты алыуына ул да һөйөнөсөн йәшермәне.

- Элек беҙ ҙә ошондай уҡ конкурста ҡатнашып, өлгөлө йорт исеменә лайыҡ булғайныҡ. Беҙҙең матур башланғысты, балаларҙың дауам итеүенә, тырышып итеп донъя көтөүҙәренә шатланам, - тине бәхетле әсә.

“Ысынлап та, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, тигән бит халыҡ мәҡәле. Гөлнара Әхтәм ҡыҙы биш балалы егәрле ғаиләлә үҫә, бишеһе лә матур тәрбиә, һөнәрҙәр алып был тормошта үҙ урындарын тапҡан.

- Матурлыҡҡа ынтылыш атай-әсәй йортонда тәрбиәләнде. Һәр нәмә үҙ урынында булырға тейеш, тип бәләкәйҙән тәртипкә өйрәттеләр. Шул уҡ ваҡытта кешелеклелек сифаттарын да күңелгә һалдылар. Мәрхүм атайымдың әйткәне лә хәтерҙә: кешегә һәйбәт булығыҙ, таш менән атҡанға ла, аш менән атығыҙ, тиер ине, - тип ата-әсәһенә рәхмәтле булыуын белдерҙе.

Үҙенең бәхетен дә ул тыуған ауылы Биксәндә таба. Буласаҡ тормош иптәше Фәнүр Мирсаяф улы менән бер мәктәптә уҡып буй еткерәләр. Үҙҙәре һымаҡ тырыш, булдыҡлы ғаиләгә килен булып төшә ҡыҙ.

Ауылда эш юҡ тип, тәүҙә ситкә сығып китергә тигән уй ҙа була. Ләкин ғаилә башлығының ауылда төпләнергә тигән ҡарары ныҡ булып сыға. Һәм улар ситтән бәхет эҙләмәй, булғанына шөкөр итеп Биксәндә донъя көтөп алып китәләр. Ата-әсәйҙәренең ярҙамы менән йәш ғаилә 2011 йылда ҙур йорт төҙөп сыға. Йылдан-йыл донъялары тулылана, матурлана бара. Тәртип, бөхтәлек ҡапҡа тышынан уҡ күренә. Йорт тирәяғы ла сәскәгә, емеш ағастарына күмелгән. Эргәһендәге башҡа төҙөлөш ҡаралтылары ла зауыҡ менән эшләнгән. Ихаталағы трактор ҙа хужаның йүнселлеген сағылдырыусы бер күренеш. Йорттоң эсенән дә йәм бөркөп тора. Ҡул етмәгән бер генә етешһеҙ урын да тапмаҫһың.

Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт көс, ваҡыт талап итә. Һауын һыйырҙары ғына өсәү, унан тыш башҡа малдары ла етерлек. Бройлер себештәрен үҫтереп, уңған хужабикә туңдырғысҡа тултырып ҡуйған. Әле 50-гә яҡын ҡаҙҙары ихатаға йәм биреп йөрөй. Ауыл ерендә ултырып тын алырға ла ваҡыт булмағанын унда йәшәгәндәр генә белә. Мал-тыуар ашатыуға - баҡсала эш көтөп тора. Садыҡовтарҙың баҡсалары ҙур майҙанды биләй.

Сәселмәй ятҡан бер буш урын да юҡ. Мал күп булғас, бәрәңгеһе лә, ҡабағы ла артмай, шәкәр сөгөлдөрө лә кәрәк. Ә быларҙың барыһына ла эш араһында өлгөрәләр.

Йорт хужаһы Фәнүр Мирсаяф улының оҙаҡ йылдар “Коммунар” колхозында тракторсы булып эшләүен белдек. Колхоз тарҡалғас, бер нисә йыл Себер тарафтарында ла тир түгә. Әлеге көндә Маҡар урман хужалығында тракторсы булып эшләй. Техникаға оҫталығы донъя көткәндә лә ныҡ ярҙам итә. Бесән әҙерләгәндә генә түгел, өйҙәге башҡа
мәшәҡәттәрҙе лә техникаға күсергән хәстәрле хужа. Үҙ ҡулы менән сөгөлдөр, кесерткән турағыс, бәрәңге ярғыс, хатта баҡса утағыс ҡулайламаларын ҡороп ҡуйған. Күп уҡырға, интернеттан эҙләнергә тура килә уға бының өсөн. “Күп һөйләргә яратмай, ләкин ҡулы эшкә бик оҫта”, - ти уның тураһында ҡатыны. Гөлнара Әхтәм ҡыҙының үҙенең дә эше тынғыһыҙ. Егерме йылға яҡын балалар баҡсаһында тәрбиәсе, музыкаль етәксе булып эшләһә, 2018 йылдан алып Биксән клубы мөдире.

- Ғаиләлә икең дә эшләргә тейеш, тигән фекерҙәрмен. Үҙемде эшһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Элекке эшемде - бәләкәстәрҙе лә һағынам, әлегеһен дә яратам. Беҙҙең эштә халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Апайҙарыбыҙ, еңгәләребеҙ эшемдә ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора. Матур итеп “Хазина” фольклор ансабле эшләп килә. Унда йөрөүсе апайҙар дәртләнеп үҙҙәренә костюмдар тектереп, сығыштары менән ауыл байрамдарында клуб сәхнәһен биҙәйҙәр. Ғөмүмән, ауыл Советы, уҡытыусылар, тәрбиәселәр - барыбыҙ ҙа бер төптән эшләйбеҙ, - тип ауылдаштарының берҙәм булыуын дә әйтеп алды. Балалар ата-әсә өлгөһөндә үҫә. Гөлнара менән Фәнүр Садыҡовтар өс балаға тәрбиә биргән. Өлкәндәре Фәдис армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, әлеге көндә Салауатта заводта эшләп йөрөй. Быйыл кәләш алып үҙ донъяһын ҡорған. Йәш ғаилә Ишембайҙа төпләнгән. Уртансылары Гөлмира Салауат педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә, балалар баҡсаһында эшләп тә йөрөй. Ул да ғаиләле, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Иң кеселәре Фаил әлеге көндә Ишембай нефть колледжы студенты.

Хеҙмәт менән тәрбиәләнгәнгәме, береһе лә эштән ҡурҡып тормай. Әле ҡалала йәшәһәләр ҙә, ял етеү менән ата-әсәйҙәре эргәһенә ҡайтып ярҙам итергә ашҡынып торалар. Эште, бар мәшәҡәттәрҙе уртаҡ итеп тартҡанға ла донъялары алға бара был ғаиләнең.

Газ үткән, йылы һыу, башҡа уңайлыҡтар өйгә көйләнгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эргәләге аласыҡта Гөлнара Әхтәм ҡыҙы иренән икмәк бешереү өсөн мейес һалыуын үтенә. Йүнсел ир ҡатынының теләген тормошҡа ашыра. Хәҙер хужабикә яҡындарын ҡаластар менән һыйлай.

- Бала саҡта беҙ ҙә әсәйемдең мейестә бешергән икмәктәрен ашап үҫтек. Уның тәме телдән китмәгән. Балаларыма ла мейес икмәге оҡшай, - ти әңгәмәсем.

Уның икмәк һалғанын күреп, хужабикәнең уңғанлығын йәнә бер яҡтан астыҡ. Тырышлығың булһа, ауылда йәшәүе үҙе бер кинәнес, тиҙәр, 25 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Гөлнара менән Фәнүр Садыҡовтар.

- Конкурста урын алырбыҙ тип уйламаныҡ та. Хәҙер матур итеп донъя көтөүселәр күп бит. Ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ризалаштыҡ. Әлбиттә, бындай конкурстар кәрәк. Кешелә дәрт, сәм уята ул. Тырышып көткән донъябыҙ үҙебеҙ өсөн булһа ла, уны күреп юғары баһалағандары өсөн рәхмәт, - тине Садыҡовтар.

Үҙҙәренең тормоштары менән йәштәрҙең күңелендә матурлыҡҡа ынтылыш уята алыуҙары менән дә йәмғиәтебеҙҙе биҙәй ошондай ғаиләләр. Киләсәктә лә һеҙгә ауылығыҙҙың, районығыҙҙың күрке булып ғүмер итергә яҙһын.


Автор фотолары

Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта
Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта
Бәхеттәренең нигеҙе уңғанлыҡта
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас