

Беренсенән, 1648 йылда ҡалмыҡтарҙың Юрматылар төбәгенә һөжүм итеүҙәре тураһында ''Русско-башкиро-калмыкские отношения в первый половине XVII века» исемле архив материалында билдәләнелгән. Икенсе сығанаҡ «История башкирских родов Юрматы» китабының 44-се битендәге мәғлүмәттәрҙең ауыл ҡарттары һөйләп ҡалдырғандары менән тура килеүендә сағыла – йәғни Һәләүекбаш халҡының, үҙҙәренең йәйләү ерҙәрен Тәтегәс бейҙең улы Москау һәм уның ярандары үҙләштермәһен өсөн, 1648 йылда Күндерәк буйҙарына күсенеп китеүе билдәле булды. Өсөнсө төп ваҡиға булып батша администрацияһының Башҡортостанда өҫтәмә һалымдар булдырыу һәм ерҙәрҙе законһыҙ баҫып алыу сәйәсәтен башлауы сәбәпле, Алдар һәм Күсем яуы тип йөрөтөлгән 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдар тора. 1705 йылда А. Сергнев етәкселегендә дүрт йәйәүле, ике атлы полктан торған карателдәр башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы әсирлеккә алып, ауылдарҙы яндырып йөрөй башлағас, Таңатар олатай ауылдаштарын ҡот осҡос афәттән ҡурсалап, атай-олатайҙар тәү төйәк иткән Һәләүек буйҙарына алып ҡайта. Әлеге көндә үҙенең исеме менән йөрөтөлгән Таңатар тауына яҡын ерҙәрҙә, шулай уҡ хәҙерге Саңлыйорт яланы урынында ауылға яңынан нигеҙ ҡоралар, ә инде һуңғараҡ Иҫкейорт атамаһы менән йөрөтөлгән, ауылға тәү нигеҙ ҡоролған Базы һәм Һәләүек буйҙарында төбәкләнәләр.
Ауылдаштарын, йәғни беҙҙең атай-олатайҙарҙы һәләкәттән ҡурсалап 1705 йылдағы ҡырғындан һаҡлап алып ҡалған Таңатар олатай һәм ата-бабаларыбыҙ рухына бағышлап, ауылдаштарҙың, энекәштәрҙең шәхсән ярҙамы менән 4-се июлдә Таңатар тауы битләүендә таҡтаташ (фотола) ҡуйылды.
Мөнир СӨЛӘЙМӘНОВ, Салауат ҡалаһы.