Йәмғиәт
22 Июль 2021, 14:55

Аҡыллы кешеләр араһында бәхетлеләр үтә һирәк...

Был яманһыу һығымтаның үҙ сәбәптәре бар...

Аҡыллы кешеләр араһында бәхетлеләр үтә һирәк...Аҡыллы кешеләр араһында бәхетлеләр үтә һирәк...
Аҡыллы кешеләр араһында бәхетлеләр үтә һирәк...

Был яманһыу һығымтаның үҙ сәбәптәре бар. Сократ, Ғүмәр Хәйәм, Эрнест Хемингуэй һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең дә аҡыллы кешеләрҙең яҙмышы тураһындағы фекерҙәре билдәле.

 Беҙҙең барыбыҙҙың да аҡыллы кеше булып танылғыбыҙ килә. Тиҙ генә кемдең кем икәнлегенә төшөнөргә, үҙ һөнәрең буйынса шәп белгес булырға, тормошта осраған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе еңел хәл итергә...  Әммә Эрнест Хемингуэй шулай тип әйтеп ҡалдырған: “Аҡыллы кешеләр үтә һирәк бәхетле була”. Ни өсөн?

Аҡыллы кеше, башҡаларҙың тәжрибәһенә таянып, тәүәккәл аҙымдар яһамай. Тыйыуҙар һәм ылыҡтырғыс хәл-ваҡиғаларҙың нимәгә килтерәсәген ул яҡшы аңлай. Кешеләр менән мөнәсәбәттән нимә көтөргә икәнен дә белә. Яңы башланғыстарҙың уңышһыҙлыҡҡа осраясағын да ул алдан һиҙемләй. Ә ундай үҙенсәлектәр шуға алып килә: был кеше бер нөктәлә ҡатып ҡала, үҫешмәй, сөнки насар эҙемтәләргә юлыҡҡыһы килмәй.

Эйе, ул һаҡ эш итә, алдан күрә белә, уның тормошонда “яраланған” йөрәк тә, аҡса яғынан бөлгөнлөккә осрау ҙа, яҡындарының хыянаты ла булмай. Уның ҡарауы, ғүмер юлында оло мөхәббәт тә, ҡыйыу аҙымдар ҙа, ысын дуҫлыҡ та юҡ. Фәҡәт сит кешеләрҙең бәхетен йәки бәхетһеҙлеген күҙәтеп йәшәү генә бар. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, уны ҡыҙыҡлы итеп йәшәү өсөн ҡайһы бер осраҡтарҙа тәүәккәллек тә, бер аҙ дыуамаллыҡ та кәрәк шул... 

Ә һеҙ был турала нисек уйлайһығыҙ? 

 

Фото: yandex.ru.

Рәшит Кәлимуллин
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас