Йәмғиәт
20 Июль 2021, 10:15

"Юҡ" тип әйтергә лә өйрәнегеҙ

Туҡтауһыҙ зарланған, донъяны ҡара төҫтәрҙә генә күргән, аралашыуы ҡыҙыҡ түгел таныштарҙан айырыла алмай йонсойһоғоҙмо? Кәңәштәр - һеҙҙең өсөн.

"Юҡ" тип әйтергә лә өйрәнегеҙ"Юҡ" тип әйтергә лә өйрәнегеҙ
"Юҡ" тип әйтергә лә өйрәнегеҙ

Тормошта уңышлы, сәләмәт, һәр үткән көндән ҡәнәғәтлек кисереү өсөн белемле булыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыу, ғаилә ҡороп йәшәү генә етмәй, ти психологтар.

Кеше күңелен, кисерештәрен өйрәнгән, көн дә ошо проблемалар эсендә ҡайнаған белгестәр йәшәү көсөн ни өсөн юғалта барыуыбыҙҙың, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоларының тынғы бирмәүе сәбәптәрен бына ниҙә күрә, танышығыҙ.

Уларҙың фекеренсә, беҙ “юҡ” тип әйтергә теләгән ерҙә йыш ҡына “эйе” тип яңылышабыҙ, һөҙөмтәлә ял итмәйбеҙ, үҙебеҙҙең яратҡан эш менән шөғөлләнмәйбеҙ... Хатта күңелебеҙгә ятмаған, бер яҡтан да ҡыҙыҡлы булмаған кешеләр менән аралашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ, гел генә тормошонан ҡәнәғәт булмаған, туҡтауһыҙ зарланған, донъяны ҡара төҫтәрҙә генә күргән таныштарҙан айырыла алмай йонсойбоҙ.

Ҡасан, ниндәй шарттарҙа күңелде үҫтереп, кәйефте күтәреп, йәшәүгә ынтылышты арттырып була? Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ, бәлки, береһе генә булһа ла тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итер.

Яңы таныштар табығыҙ, яңы белем үҙләштерегеҙ, үҙгәрештәр алдындағы ҡурҡыу тойғоһонан ҡотолоғоҙ, ижад итегеҙ, һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ышаныслы кешеләр менән аралашығыҙ. Бассейнға, мунсаға барыу, тышта йөрөү (магазинға  йәки эшкә йүгереү менән бутамағыҙ), күңелегеҙ ҡушҡан эш менән шөғөлләнеү йөрәгегеҙгә ял, тәнегеҙгә көс бирәсәк, тип иҫәпләй психологтар. Ҡыҫҡаһы, иңегеҙгә башҡаларҙың ҡулдан килмәҫлек проблемаларын алмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки бының менән ике яҡҡа ла зарар ғына килтереүегеҙ ихтимал.

 

Фото: d-zhanna.ru

Дина Арсланова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас