Йәмғиәт
20 Июль 2021, 03:00

Изге байрам шатлыҡ алып килһен!

20 июль - Ҡорбан байрамы

Изге байрам шатлыҡ алып килһен!Изге байрам шатлыҡ алып килһен!
Изге байрам шатлыҡ алып килһен!

Хөрмәтле Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы халҡы!

Һеҙҙе Исламдың иң күркәм байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!

Рухи һәм әхлаҡи таҙарыныуҙы кәүҙәләндергән Ҡорбан байрамы үҙендә дингә тигеҙ ҡараш, яҡындарыңа һөйөү, башҡалар тураһында хәстәрлек күреү һәм шәфҡәтлелек кеүек исламдың бөйөк өлгөләрен сағылдыра.

Ул ололарҙы ололарға, мохтаж булғандарға ярҙам итергә, яҡындарың тураһында хәстәрлек күрергә, балаларыңды изгелек һәм диндарлыҡ рухында тәрбәиләргә өйрәтә.

Исламдың юғары кешелеклелек ҡиммәттәре киләсәктә лә күп милләтле районыбыҙ халҡы араһында рухи үҫеш, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, берҙәмлек һәм килешеп йәшәүҙе нығытыуға, йәмғиәттә тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлауға булышлыҡ итһен.

Был яҡты байрамда барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә бәхет һәм етеш тормош, именлек һәм барлыҡ башланғыстарығыҙҙа һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.

 

Фото редакция архивынан.

Автор:Азамат АБДРАХМАНОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Читайте нас