

Зарина һәм Азамат – бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған һоҡланғыс пар, дүрт йыл элек ҡабыҙған ғаилә усағын һаҡлау уларҙың төп бурысы.
Ғаилә башлығы Себерҙә төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып эшләй. Ул өйҙә булмаған саҡта ҡатыны балалары Камилла менән Алмасты яңғыҙ тәрбиәләй, баҡсаһын үҫтерә, ундағы ике умартаны ҡарай. Ҡыҙыҡһыныу дәрт уята, Иҫәнғоловтар ғаиләһе быйыл тәү тапҡыр бал ҡорттары тота башлаған. Азаматҡа эйәреп декрет ялында булған Зарина ла умартасы шөғөлөн үҙләштереп килә, киләсәктә был эште йәйелдереп ебәрмәксе улар.
- “Бәхет – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан юғарыраҡ торған рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул», - тип билдәләй халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Ләкин, нисек кенә булмаһын, бәхет тигән төшөнсәне ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын... – ти ошолар хаҡында уйланып Зарина. – Йәш саҡта төрлө мәлдәр була – ирешеп тә, талашып та китәһең. Ләкин бер-береңә терәк булып, татыу йәшәүҙең мәғәнәһен ваҡытында аңлау мөһим. Ғаиләнең бәхетле ғүмере оҙон булһын тиһәң, иң тәү сиратта, үҙ хис-тойғоларың, ҡылыҡтарың өҫтөндә эшләргә өйрәнергә кәрәк. Йылдар үткәс, үкенергә яҙмаһын.
Йәмғиәт нигеҙе – ғаиләләр ныҡ булһа, илебеҙҙең дә киләсәге матур ҡоролор, тип юҡҡа ғына юрамайҙар. Йәштәргө өлгө булырҙай Иҫәнғоловтар ғаиләһенә именлек теләп ҡалабыҙ, ә улар беҙҙе яҡшы яңылыҡтары менән ҡыуандырып торһон.