

Ауылдың аҡһаҡалы Әмир ағай Фәйзуллин, 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр өмәлә әүҙем ҡатнаша, йәштәрҙе маҡтап, әйҙәп йөрөй. Зыярат алдындағы һуғышта ҡатнашыусылар, тыл ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде лә һәр ваҡыт тәртиптә тота ауылдаштар. Фәйзуллина Гөлдәр, Дусмеева Фәтиха, Ғәббәсова Сәриә һәм башҡалар йыл да уны буяп, матурлап торалар. Был һәйкәл 1992 йылда Ишембай нефть һәм газ сығарыу идаралығы ярҙамы менән төҙөлгән.