Йәмғиәт
19 Июль 2021, 04:47

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылының Арҡыялан тауы итәгендә ял итеүселәр өсөн бик матур урын бар. Ауыл халҡы уны "Греков беседкаһы" тип йөрөтә. Аҙна һайын тип әйтерлек класташтар осрашыуы, юбилейҙар, туған көндәр шунда уҙғарылып тора. Ял итеүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған: өҫтәл - скамейкалар ултыра, электр сымы һуҙылған, шэшлек ҡурыр өсөн таштан һалынған мангал бар. Бына ошондай мөмкинселектән файҙалан да, рәхмәт әйтеп, артыңдан йыйыштырып кит тә бит инде!

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Юҡ шул, бөтә ҡулланған әйбер шунда ятып ҡала... Бөтә ял итеүселәр ҙә шулай, тип әйтә алмайым, әммә ләкин беҙ ғаиләбеҙ менән барған саҡта бик тә насар күренешкә тап булдыҡ.
 
Кеше әҙерәк оялмаҫмы, намыҫы ҡуҙғалмаҫмы, тип ял итеү урыны тирәһенән тоҡ - тоҡ сүп - сар йыйып, беседкаһының тәҙрәләрен йыуып, тирә яғын йыйыштырып ҡайттыҡ. Был эшкә үҫеп килгән быуыныбыҙ - кескәй ҡыҙҙарҙы ла йәлеп иттек. Күреп үҫһендәр, ошолай саҡтарынан тыуған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, таҙалыҡ- тәртипкә өйрәтмәһәк, аҙаҡ һуң булып ҡуйыуы бар.

Хөрмәтле ял итеүселәр!

Тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ, был хәтлем тәртипһеҙлеккә батып ултырып, киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ! Улар ҙа бит тыуған тыуған тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына һоҡланырға лайыҡлы!

p.s. Тәртипкә өндәп плакаттар яҙып элеп киттек, тыңлаусылар булырмы, ҡарап ҡарарбыҙ. 
 
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас