Йәмғиәт
18 Июль 2021, 05:50

Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле - Сәлихта

Алдынғы ҡарашлы, әүҙем егеттәрҙең береһе Ислам Төхвәтуллин беҙҙең күҙ алдында үҫте тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡорт кадет корпусында уҡыған сағында, 2013 йылда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсында ҡатнашып, гранпри алған мәлдәрен гәзиттә яҡтыртҡаныбыҙ ҙа әлегеләй хәтерҙә. Күләмле эпосты тулыһынса ятлай алыуы менән үҙенең булдыҡлылығын шул саҡта уҡ күрһәткәйне ул. Артабан осрашырға, күрешергә тура килмәһә лә уның уңыштары тураһында ишетеп торҙоҡ.

Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле - СәлихтаМәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле - Сәлихта
Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле - Сәлихта

Ислам М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетында белем алып башҡорт һәм ғәрәп теле белгесе булып сыға. Бер юлы Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Дәүләт идаралығының бәләкәй академияһында ла уҡый. 2018 йылда Мысырҙа Каир ҡалаһында стажировка үтә. Әйткәндәй, Ислам ғәрәп телендә лә иркен аралаша. Ваҡыт үткән һайын йәш егеткә яуаплыраҡ бурыстар йөкмәтелә. 2019 йылда уны Башҡортостан Республикаһының Йәштәр Хөкүмәте рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Был ваҡытта Ислам БДПУ-ла бакалавр бөтөп, магистратурала белем алып йөрөй. Өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмай, былтыр Мәскәү дәүләт университетына магистратураға дәүләт етәкселегенең юғары мәктәбе факультетына уҡырға инә. Яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә Мәскәүҙә йәшәй, уҡый, эшләй. Әле ике ай дауамында Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығында стажировка ла үткән. Бер аҙға тыуған яғына ҡайтҡан арала редакцияла уның менән күрешеү форсатынан файҙаланып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ислам, ни өсөн Мәскәүгә сығып китергә булдың?

- Бәләкәй саҡта өләсәйем йыш ҡына “Егет булғас шуҡ булһын, ике күҙе ут булһын”, “Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара”, тип ҡабатларға ярата ине. Уның әйткәндәре күңелгә һеңгәндер инде, бер урында тапанып торорға яратманым, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылдым. 22 йәштә мине Йәштәр Хөкүмәте рәйесе итеп ҡуйҙылар. Эшем дә, уҡыуым да көйлө, барыһы ла үҙ яйына аға ине. Шунда бер ҡалыпҡа һалынған был тормоштан сығырға кәрәклеген аңланым. Сөнки уңайлы ғына бер төрлөлөк кешене үҫтермәй. Бөйөк шәхестәрҙең дә бит күбеһе сит яҡҡа китеп белем алған. Шулай итеп үҙ алдыма яңы маҡсат ҡуйҙым һәм Мәскәүгә юлландым. Әлбиттә, тыуған яҡ һағындыра. Өс айға бер тапҡыр ҡайтып торорға тырышам.

- Әгәр Мәскәүҙә лә үҙеңде үҫтереү йәһәтенән яуланаһы үрҙәр кәмеһә, сит илгә сығып тәжрибә туплау мөмкинлеген дә күҙаллайһыңмы?

- Эйе, улай ҙа булыуы мөмкин. Минең фекеремсә, кеше үҙен сикләргә тейеш түгел. Үҙеңдең мөмкинлектәреңде ҡыҫырға кәрәкмәй. Иң мөһиме, тыуған ереңә файҙа килтерергә тейешлегеңде, тамырыңды, туған телеңде оноторға ярамай. Ғөмүмән, кеше үҙенең алдына башҡа һыймаҫлыҡ ҙур маҡсаттар ҡуйырға тейеш. Маҡсат ҡуйылһа, яйлап уның тормошҡа ашырылыуына мөмкинселек тыуа. Шулай уҡ диндә булыуым да уңыштарға юл аса тип уйлайым мин.

- Һине күптәр блогер итеп тә белә. Интернет киңлектәрен яулаған егеттең китап тотоп уҡыуға ваҡыты ҡаламы икән?

- Эйе, башҡорт телендә вайндар төшөрәбеҙ. Сәләмәт тормош алып барыуҙы, туған телгә хөрмәт үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуябыҙ. Китап уҡыуға килгәндә, БДПУ-ла уҡыған саҡта китапҡа ҡыҙыҡһыныу артты һәм әле лә уҡымай тормайым. Дуҫтар менән алдан һөйләшеп, берәй китап уҡып сығабыҙ ҙа, аҙаҡ уның буйынса фекер алышабыҙ. Фекерләшеү - әҫәрҙең йөкмәткеһен төрлө яҡлап, тулы итеп асырға ярҙам итә. “Торатау” гәзитен дә уҡып үҫтем мин. 1939 йылғы өләсәйем әле лә район гәзитен алдыра. Өләсәйем интернетта ултырһа ла, “Торатау”ҙың ҡағыҙ вариантынан ҡалғаны юҡ. Китапты, гәзитте ҡулға тотоп уҡыуҙың тәме лә бит башҡаса.

- Ислам, кешелә ниндәй сифаттарҙы айырыуса ныҡ хөрмәт итәһең?

- Ғәҙеллек минең өсөн бик мөһим. Алдаҡсыларҙы яратмайым. Әйткән һүҙҙе тота белергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Был бигерәк тә егеттәргә ҡағыла. Ошо сифатты үҙемдә лә тәрбиәләйем. Минең өсөн тағы ла бер мөһим сифат – кешелеклелек. Кеше ҡайҙа ғына эшләһә лә, йәшәһә лә, ниндәй вазифа биләһә лә кешелекле булып ҡалырға тейеш.

- Иң яҡшы ял һинең өсөн ҡайҙа?

- Иң яҡшы ял, әлбиттә, тыуған ауылым Сәлихта. Тыуған ауылымдың һауаһы ла, һыуы ла, үләне лә башҡа төрлө, хатта сиңерткәһе лә күңелгә яҡын. Шуға иң яҡшы ялды Сәлихта алам һәм тыуған яғыма йышыраҡ ҡайтырға тырышам.

- Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Ислам. Киләсәктә лә яҡташтарыңды яңынаняңы уңыштарың менән ҡыуандыр.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас