

Минән бер нисә аҙым алдараҡ олораҡ йәштәге ике ҡатын атлай. Береһе дүрт-биш йәштәрҙәге малайҙы, моғайын, ейәнелер, етәкләп алған.
Ҙур ғына супермаркеттың урам яҡлап тәҙрәһе буйында бер бабай ултыра ине. Әлбиттә, таушалғаныраҡ ҡиәфәттә, әммә асарбаҡ тип тә әйтмәҫ инем. Бер мәл теге бабай ултырған еренән ҡыйшайып китеп ауа башланы. Быны иң тәүҙә абайлаған бәләкәс малай, йүгереп барып, оло кешегә торорға ярҙам итмәксе булды. Ҡатындар шунда уҡ малайға ташланды, өләсәй булғаны пыр туҙып әрләргә тотондо: “Ярамай улай! Берәй ауырыу йоҡтороуың бар!” – тип һелкә тартып етәкләп, баланы алып китеп барҙы.
Бабай янында йәш ир туҡталып, кире тәҙрә буйына ултырырға булышты. Мин дә, ярҙам кәрәкмәйме, тип һораштым. “Юҡ, ниңәлер, башым әйләнеп китте, хәҙер үтә ул”, – тип ултырып ҡалды оло кеше.
Ә теге бәләкәс малай артына боролоп ҡарай-ҡарай юлын дауам итте, өләсәһе уның ҡулын ысҡынмаҫлыҡ итеп тотоп алған ине инде. Кескәй йәндәге изгелек, миһырбанлыҡ сатҡыһын шулай быуыу дөрөҫмө икән? Икенсе яҡтан, “берәй ауырыу йоғоп ҡуймаһын” тип балаңды ҡурсаларға ла кәрәк кеүек... "Изгелек эшләмәһәң, яуызлыҡ та күрмәҫһең" тигән урыҫ әйтеме хаҡлы булып сығамы икән был осраҡта?..
Фото: larastock.com
Гөлдәр Яҡшығолова