Изге йола ҡушҡанса, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Ғәйет ҡорбанын быйыл 20 июлдә йәки 21-е, 22-һе иртәнсәк, ҡояш ҡалҡып бер ни тиклем ваҡыт үткәс, салырға кәрәк.
...Ҡорбан салыуҙың тарихы бик боронғо осорға ҡайтып ҡала. Мәғлүм булыуынса, был ғәмәлде иң тәүгеләрҙән булып атабыҙ Әҙәм ғәләйһис сәләмдең улдары Ҡабил
менән Һабил атҡара. Һабил эште бар күңелен биреп башҡарғанға күрә уның ҡорбаны ҡабул ителә. Ә ихласлығы булмаған ағаһы Ҡабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға. Был турала Ҡөрьәндәге «Әл-Мәидә» сүрәһендә бәйән ителә. Шулай уҡ ҡорбан салыу йолаһын Ибраһим пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис сәләм, тарихында ла күрергә була.
Оҙаҡ йылдар буйы бер балаһы ла булмаған Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһис сәләм: «Әгәр Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, ул баламды ҡорбан итермен», - тип нәҙер
әйтә. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. «Эй, улым, - ти, - мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен». «Аллаһтың бойороғон үтә», - тип ҡаршы килмәй атаһына Исмәғил ғәләйһис сәләм. Ләкин Ибраһим улын ҡорбан итеп салам тигәндә бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Ошо мәлдә Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә һәм ул Исмәғил ғәләйһис сәләм урынына ҡорбан итеп салына. Ҡөрьәндә: «Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ» («Әс –Саффәт» сүрәһе) тип әйтелә. Шул осорҙан алып был ғибәҙәт әлегесә дауам итә. Аяттарҙың береһендә әйтелгәнсә, Раббыбыҙға ҡорбанлыҡ малдың ите лә, ҡаны ла кәрәк түгел. Уға бары беҙҙең изге ғәмәлдәребеҙ, ихласлығыбыҙ, әжер-сауап алырға ниәтебеҙ мөһим. Шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булған ҡорбан килтереү ғибәҙәте кешелеккә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙарҙың береһе. Малды салғанда тамған тәүге ҡан тамсылары ергә төшөп бөтмәҫ элек үк Аллаһтың рәхмәтенә ирешелер. Был турала «Әл-Хадж» сүрәһенең 37- се аятында әйтелә: «Салған ҡорбандарығыҙҙың ите лә, ҡандары ла Аллаһҡа ирешмәҫ, ләкин һеҙҙән Аллаһҡа тәҡүәлектәрегеҙ һәм изге ғәмәлдәрегеҙ ирешер».
Ошо өс көндә кемдең ҡорбан салырға мөмкинселеге бар (сәфәрҙә йөрөмәһә, матди хәле яҡшы булһа), шулар өсөн был ғибәҙәт – важиб, йәғни фарызға (мотлаҡ
үтәлергә тейешле ғәмәл) яҡын. Кире осраҡта сәфәрҙә йөрөгән, аҡса яғы наҡыҫ булғандар өсөн был ғәмәл важиб йәки мотлаҡ түгел. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап – уларҙы уҡыу, өйрәнеү, йәш быуынға еткереү дөйөм дини үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер. Ҡорбан байрамдары мөбәрәк булһын, изге ғибәҙәтте ихласлыҡ менән үтәйек!
Автор фотоһы.