Йәмғиәт
11 Июль 2021, 07:00

ТОРМОШ – УЛ ИМТИХАН

Ауыр һынауҙарға бирешмәҫкә кәрәк, ти ярты быуат бер һуҡмаҡтан атлаусы Ниғмәтуллиндар.

Ауыр һынауҙарға бирешмәҫкә кәрәк, ти ярты быуат бер һуҡмаҡтан атлаусы Ниғмәтуллиндар.
Биксән ауылында ғүмер итеүсе Шәрифә һәм Әнүәр Ниғмәтуллиндар 50 йыл бер уйлы, бер максатлы булып тормош көтә. Шатлыҡтарын да, яҙмыш һынауҙарын да улар бергәләп күтәреп килә.
Уҡытыусылар ғаиләһенең һөнәри ҡыҙыҡһыныуҙары ла уртаҡ, донъяларын да икеһе бер йүнәлештә тарта. Замандаштарыма төрлө мәктәп коллективтарында хеҙмәт итергә тура килһә лә, һәр береһендә эштәрен күңел һалып башҡаралар, һәр береһендә ғорурланып һөйләрлек ҡаҙаныштары бар.
Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған ғаилә пары менән әңгәмәм йәшлек осоронан, күрешкән-танышҡан мәлдәренән башланып китте.
Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлағас, Әхмәр мәктәбенә эшкә килә. “Артабан фән юлынан китеү мөмкинлеге лә бар ине, ләкин ауылға ҡайтыу теләгем көслөрәк булып сыҡты. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, ауылда Әнүәрҙе осраттым”, - тине ул йәшлеген хәтергә алып. Ул ваҡытта Әнүәр Хөрмәт улының бер туған ағаһы Рауил Ниғмәтуллин Әхмәрҙә мәктәп директоры булып эшләй. Ҡустыһын мәктәпкә эшкә ул саҡыра.
- Коллективта йәш уҡытыусылар күп ине. Минең күҙем шунда уҡ Шәрифәгә төштө. Мөләйемлеге, иплелеге, шул уҡ ваҡытта үҙ һүҙен әйтә алыуы, белемле булыуы - ошо сифаттары йөрәгемде яулап алғандыр. Хеҙмәттәштәремдең “Әнүәр Шәрифәнән күҙен дә алмай” тигәндәре хәтерҙә ҡалған, - тип ихлас һөйләп алып китте танышҡан йылдарын Әнүәр Хөрмәт улы.
Йәштәр бер йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешә. Тормош башлағанда барыһы ла еңел генә булмай. Тәүге осорҙа кеше йортонда йәшәргә тура килә,
ҡыҙҙары Айгөл тыуғас, йәш бала өшөмәһен тип төндәр буйы мейес яҡҡан мәлдәре лә әлегеләй иҫтә. Бер аҙҙан мәктәп хәстәрлеге менән уҡытыусылар өсөн йорт төҙөлә
һәм йәш ғаилә шунда күсенә.
Әнүәр Хөрмәт улының йыр-моңға оҫталығы мәктәпте музыкаль яҡтан үҫтереүгә юл аса. Шул йылдарҙа мәктәп уҡыусылары менән Өфөгә смотрға барып, лауреат булып, маҡтау грамотаһы алып ҡайта. Данлы ансамблдең тәүге ҙур уңышы була был. Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы ла, йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, өлгөлө эш күрһәткестәренә өлгәшә. Дәрестән һуң балалар менән эшләү ҙә уҡыу сифатын бермә-бер күтәрергә ярҙам итә. Әхмәрҙә дүрт йыл эшләүгә йәш ғаилә Һайран мәктәбенә эшкә саҡырыла. Бында улар ун бер йыл ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Шәрифә апайға бында тағы ла яуаплыраҡ вазифа – мәктәп директоры йөкләмәһен тартырға тура килә.
Икенсе ҡыҙҙары Ләйсән тыуғас, ғаиләһенә күберәк иғтибар бүлеү өсөн директор урынбаҫары вазифаһына өҫтөнлөк бирә. Һайранда эшләгән йылдары ла матур хәтирәләр ҡалдырған. Белем сифатын күтәреү менән бер рәттән, үҙешмәкәр коллективтың Өфөлә яуланған уңыштары, колхозға сөгөлдөр үҫтереүҙә ярҙам иткән мәлдәре - һәр ҡайһыһы ла мәктәптә тормоштоң ҡайнап тороуын күрһәтә.
Ниндәй мәктәптә эшләһә лә Әнүәр Хөрмәт улы балаларҙы тәрбиә юлының бер төрө - сәнғәткә ылыҡтырыуға, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирә. Уның даны тирә-яҡҡа тарала. Яңы Әптектә музыка мәктәбе филиалы асылғас, Ниғмәтуллиндар ғаиләһе яңы коллективта эш башлай. Бында ла һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй - ҡурай класы ойошторола, мандолина, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр арта. Бәләкәй тальян гармундары алып ҡайтып, уҡыусыларҙы тальянда уйнарға ла өйрәтә Әнүәр Хөрмәт улы. Хатта күмәкләп Өфөлә Тальян байрамында сығыш яһап ҡайталар.
Биксән мәктәбе эшмәкәрлегендә лә яҡты эҙ ҡалдыра Шәрифә һәм Әнүәр Ниғмәтуллиндар. Тартырҙай кешегә эштең яуаплыһын йөкмәтәләр шул. Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы Биксән мәктәбенә ун йыл етәкселек иткән осорҙа колхоз менән берлектә яңы бина төҙөлә. Тиҙҙән ул урта мәктәпкә әйләнә. Мәктәпте музыка йүнәлешле итеү ҙә Биксән уҡыусыларын һәләтле итеп тәрбиәләй. “Биксәндә ҡурайҙа уйнамаған бер генә бала ла юҡ ине“, - тип ул осорҙо ла һағынып иҫкә алды Шәрифә апай менән Әнүәр ағай. Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Малайҙар - умартасылыҡ, ҡыҙҙар балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөнәре серҙәренә өйрәнә. Уҡыусыларҙың буш ваҡыты булмай ҙа тиерлек. Ҡыҙҙар педагогия институтына ингәндә лә был белемдәре файҙаға була. Музыка юлын да күптәр һайлай. Салауат музыка училищеһына, Өфө сәнғәт училищеһына Биксән уҡыусылары йыл һайын уҡырға инеп тора. “Һәләүек” өлгөлө оркестрының исеме республикала танылыу ала. Мәктәп эшендә ҡайнаған арала Ниғмәтуллиндарҙың балалары ла ҙурая. Ата-әсәйҙең һәләте уларға ла күсә. Айгөлдәре биш йәшенән смотрҙарҙа бейеп, призлы урындар яулап тора. Һуңғараҡ ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән таныла. Ләйсәндең ҡурай, мандолинала уйнауынан тыш, тауышы ла бик моңло була. Йылдар артынан йылдар үтә. Айгөл мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһына педагогия институтына уҡырға ингәс, һәр ваҡыт апаһы эргәһендә йөрөгән Ләйсән бер аҙ моңһоуланып ҡала. Балалар йортонан миңә иптәшкә ҡыҙ йәки малай алығыҙ, тигән теләген белдерә ул атаәсәһенә. Ҡыҙҙарының изге ниәтен тормошҡа ашыра Шәрифә апай менән Әнүәр ағай. Тәүҙә кескәй ҡыҙ алып ҡайталар, күп тә үтмәй, изгелекле ғаиләләренә тағы ике баланы һыйындыралар. Уларҙы үҫтерешергә Айгөл менән Ләйсән дә ярҙамлаша. Бер аҙҙан тағы ике сабый алып ҡайтып, Ниғмәтуллиндар Ғаилә балалар йорто булдыра. Шулай итеп биш бала тәрбиәгә алып, ғаилә, атай-әсәй наҙын бүләк итәләр. Йөрәк йылыһын һалып үҫтерәләр, һөнәрҙәр алырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр. Эйе, бындай аҙымға һәр кем дә бара алмай. Тәрбиәгә бала алыу – бары тик күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла торған изге эш.
- Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа әсәйем яғынан олатайым менән өләсәйем биш етемде ҡарап үҫтергән. Олатайымдың ағаһы ла ике етемгә ярҙам иткән. Шулай булғас, был беҙҙең нәҫелгә хас күренеш, – ти Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы. Тормош шулай ҡоролған, бер ҡараһаң, уңыштарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын өйөп бирһә, икенсе ҡараһаң, күтәрәлмәҫтәй ҡайғы-хәсрәттәре менән һынай. Шәрифә апай менән Әнүәр ағайҙың да йөрәгенә ҡайғы-хәсрәттең иң ауыры уйылған. Йәп-йәш килеш, шатланып йәшәр саҡта ике бәләкәстәрен ҡалдырып, ҡыҙҙары Ләйсән менән кейәүҙәре Рөстәм юл фажиғәһендә һәләк була. Белемле, һәләтле, бөтә күңеле менән тормошто яратҡан Ләйсәндәре тураһында һөйләгәндә һағыш та, ғорурлыҡ та тойола ата-әсә күҙендә. “Йыл уҡытыусыһы” район-ҡала конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яулауы, Салауат районында уҙғарылған “Салауат йыйыны”нда ҡурайсылар ансамбле менән уңышлы сығыш яһап ҡайтыуы һәм башҡа ҡаҙаныштары бер-бер артлы хәтергә төшә...
Шәрифә апай менән Әнүәр ағай әҙ генә ваҡытҡа ла үҙҙәрен ҡайғыртып йәшәмәгән кеүек. Улар иңендә һәр саҡ яуаплы бурыс ята. Ҡыҙҙары менән кейәүҙәре мәрхүм булғас, ейәнсәрҙәре менән ейәндәрен ҡарап үҫтереү мәшәҡәттәренә күмеләләр. Хәҙер улар ҙа ҙурайып аяҡҡа баҫҡан тиерлек. Ейәнсәрҙәре Нурзилә Мәскәүҙә Рәсәй Иҡтисад университетында бакалавр, Юғары иҡтисад мәктәбендә магистратура тамамлап, әле Өфөлә эшләй. Ейәндәре Рузил дә илебеҙ баш ҡалаһында Энергетика университетында белем алып, магистратурала уҡыуын
дауам итә.
Быҫҡып ғүмер итеү хас түгел Ниғмәтуллиндарға, ғүмер буйы гөрләтеп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Хаҡлы ялға сығып 70 йәшкә еткәндә, Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы үҙ эшен
ойоштора, сәй магазинын асып ебәрә. “Заманында атайым яғынан олатайым магазин тотҡан. Һайранда шул келәт бинаһы әле лә һаҡланған. Өләсәйем дә унда һатыу иткән”, - тип сауҙа эшенә оҫталығының да нәҫелдән килеүенә ишараланы Шәрифә апай. Тағы ла бер күңел һалып башҡарған шөғөлө бар уның. Һуңғы йылдарҙа ул түшелдерек, хәситәләр эшләй, өҫтәлгә селтәр япмалары ла бик ҡупшы килеп сыға. Ҡул эшенә оҫталығы электән килә икән. Балаларына костюмдар, хатта пальтолар бәйләп кейҙергән бәйләм оҫтаһы ул.
Ғаиләнең рухи ныҡлығы, көсө тормош ҡаршылыҡтарын лайыҡлы үтә белеүҙә сағыла.
- Йәшәү - имтихан һымаҡ. Имтиханда ла ауыр һорауҙар килеп эләгә бит. Тормошта ла ауыр мәлдәрҙе үткәрә белергә кәрәк, - ти илле йыл бергә ғүмер итеүсе пар. Улар тураһында яҡындарынан да тик йылы һүҙҙәр ишеттек.
- Ошондай ата-әсәйем булыуы менән бик бәхетлемен. Ижади ғаиләлә үҫеүебеҙ арҡаһында бәләкәйҙән сәхнәлә, концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша инек. Әсәйем
шиғырҙарҙы тасуири һөйләргә өйрәтһә, һәр бейеүгә костюмдар текһә, атайым йырҙарҙы ике-өс тауышҡа йырлау, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәрен асты.Халҡыбыҙ йырҙарына, мәҙәниәтенә хөрмәт күңелебеҙгә бала саҡтан һеңгән. Атайымдың эшен дауам итеүем, балаларҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүем дә шуға бәйле. Әсәйемдең дә бөтә яҡтан уңған булыуын күреп үҫтек. Тәмле итеп ризыҡтар әҙерләүе, гөрләтеп баҡса үҫтереүе, кейем тегеү, селтәр, япмалар, картиналар, портреттар сигеү кеүек һәләттәрҙең барыһын да үҙенә туплаған ул. Беҙ уларҙы шул тиклем ныҡ яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ, – тине ҡыҙҙары Айгөл.
Был донъяға килгәнбеҙ икән, йәмғиәткә, яҡындарыңа кәрәкле һәм файҙалы булып ғүмер итеү - беҙҙең төп асылыбыҙ. Шәрифә менән Әнүәр Ниғмәтуллиндарҙың тормош өлгөһөндә был айырыуса асыҡ сағыла.

Фотолар ғаилә архивынан.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас