Ишембай үҙәк район дауаханаһы хакимиәте хәбәр итеүенсә, 15 һәм 16 июлдә 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем ҡалала “Донор көнө” республика акцияһы уҙғарыла.
Республиканың ҡан ҡойоу станцияһы белгестәре уңайлы мобиль пунктта донорҙарҙы ҡабул итәсәк. Ишембай үҙәк район дауаханаһы ошо акцияла түбәндәге адрес буйынса ҡатнашырға саҡыра: Ишембай ҡалаһы, Докучаев урамы, 10А (хирургия корпусы биләмәһендә, ҡабул итеү бүлексәһе ҡаршыһында һеҙҙе мобиль пункт-автобус көтәсәк).
Шуға иғтибар итегеҙ, ҡан тапшырыу ярамаған яңы шарттар барлыҡҡа килде: ковид-19 сирен үткәргәндән һуң һәм ошо уҡ сиргә ҡаршы вакцинациялауҙан һуң бер ай ваҡыт.
Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ, шул иҫәптән алдан яҙылыу буйынса, 8 (34794) 6-38-21 телефоны буйынса трансфузия терапияһы кабинеты мөдире Саймә Хәйрулла ҡыҙы Әхмәроваға шылтыратырға мөмкин.