Яңыраҡ Егән (Ваҡ-ҠарағайҠаршы) мәмерйәһе – махсус һаҡланылған тәбиғәт ҡомартҡыһы майҙаны алты тапҡырға киңәйтелеүе тураһында билдәле булды. Хәҙер һаҡлаулы биләмәгә Бүжәтау менән Ғүмәр тарлауығы ла ҡарай.
Башҡортостан хөкүмәтенең төбәк ҡомартҡылары исемлегенә үҙгәрештәр индерелеүе тураһындағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫтырылды. Ғүмәр халҡы берләшеп, ғилми белгестәр йәлеп итеп, махсус һаҡланылған биләмәне проектлау буйынса 2014 йылдан уҡ әүҙем эш алып барҙы. Ошоғаса тәбиғәт ҡомартҡыһының элекке майҙаны 100 гектар ер тәшкил итһә, әлегә ул 625 гектарға тиклем ҙурайҙы. Башҡорт АССР-ы министрҙар Советының 1985 йылғы ҡарары буйынса мәмерйәлә асыҡ ут ҡулланыу, уның элементтары бөтөнлөгөн емереү, минераль өлгөләр алып сығыу, сүп-сар ташлау, файҙалы ҡаҙылмалар эшкәртеү, төҙөү һәм ағас ҡырҡыу (санитар-һауыҡтырыу сараларҙан тыш) тыйылған була.
Хәҙер уға быраулау, шартлатыу һәм тау эштәрен алып барыу, ҙур объекттар төҙөү, юлдар, торбалар һалыу, антенналар, вышкалар, күтәргестәр ҡуйыу, хайуандарҙы эҙәрлекләп тотоу, гербарий йыйыу (ғилми маҡсаттан тыш), ҡоро үләнде яндырыу, транспорт ҡуйыу, карьерҙарҙы эшкәртеү, сәнәғәт производстволары, ҡәберлектәр урынлаштырыу, ҡалдыҡ урындарын ойоштороу, башҡорт тоҡомлоларҙан башҡа бал ҡорттарын индереү кеүек тыйыуҙар ҙа өҫтәлде. Әйтергә кәрәк, биләмәлә бесән сабырға, көтөү көтөргә, һунарға йөрөргә, еләк, бәшмәк йыйырға, урындағы халыҡҡа үҙ транспортын ҡуйырға мөмкин. Ғилми-экологик һәм геологик маҡсатта палеонтология, минералогия, зоология һәм ботаника өлкәһенә ҡараған үҫемлектәрҙе йыйырға рөхсәт ителгән.
Ғүмәрҙәрҙең тәбиғәт ҡомартҡыһы майҙанының ҙурайтылыу мөһимлеге тураһындағы мөрәжәғәтендә мәмерйә сиктәрендә һирәк осраған ландшафт, геологик, гидрологик һәм палеонтологик компоненттарҙың тупланыуы тураһында әйтелгәйне.
Махсус һаҡланылған биләмәнең киңәйтелеүенән һуң, Егән мәмерйәһе ғилми тикшеренеүҙәр объекты ғына булып ҡалмаҫ, ә туристарҙың ғибәҙәт урынына ла әүерелер, тигән фекерҙә урындағы халыҡ.