Йәмғиәт
9 Июль 2021, 11:00

Мөхәббәт барҙа бер-береңде аңлау ҙа еңел,

- тиҙәр Смаҡай ауылынан 55 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Фәниә һәм Кинйәғәли Байрамғоловтар.

- тиҙәр Смаҡай ауылынан 55 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Фәниә һәм Кинйәғәли Байрамғоловтар.
Кисә Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Наилә Рәхимова күркәм парға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын һәм грамота тапшырҙы. Илебеҙҙә 8 июль билдәләнеп килгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә хөрмәтле яҡташтарыбыҙҙы ошондай миҙал менән бүләкләү мөмкинлеге булыуы икеләтә ҡыуаныслы.
Ҙур тормош юлы үткән пар үҙҙәренең танышҡан мәлен дә хәтергә төшөрҙө. “Икебеҙ бер институтта, төрлө факультеттарҙа уҡыныҡ. Өс йыл дуҫлашып йөрөнөк. Кинйәғәли бер йыл алданыраҡ уҡыуын тамамланы һәм шул уҡ йылда миңә тәҡдим яһаны”, - тип ғаилә тарихын иҫкә алды Фәниә Хәлим ҡыҙы. Хеҙмәт юлын йәш уҡытыусылар ғаиләһе Күгәрсен районында башлай. 1967 йылдан тормоштары Ишембай менән бәйле, ҡаланың 1-се мәктәп-интернатына (әлеге Башҡорт кадет корпусы) эшкә саҡырылалар. Кинйәғәли Искәндәр улының педагогия өлкәһендә хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу булһа, уның 26 йылы - директор вазифаһында. Төрлө йылдарҙа ҡаланың 4-се, 15-се мәктәптәренә, 2-се мәктәп-интернатына етәкселек итә ул. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уға “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырыла. Халыҡ мәғарифы отличнигы Фәниә Хәлим ҡыҙы ла бар ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнай. Кадет мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә, хеҙмәт стажы 36 йылға етә.
Эштә лә, тормош көткәндә лә бер-береһенә терәк-таяныс булалар. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. - Үҙ тормошоңдо матур итергә, кешеләргә файҙа килтерергә тырышырға кәрәк. Беҙ ҙә бөтә көсөбөҙҙө, һәләтебеҙҙе һалып эшләнек. Һөнәребеҙҙе, балаларҙы яраттыҡ, шуға уңыштарға өлгәштек. Балаларҙа иң беренсе кешелеклелек, хеҙмәт яратыу сифаттарын тәрбиәләргә тырыштыҡ, – ти тормош асылын тәрән аңлаған оло быуын замандаштарыбыҙ.
Илебеҙҙә, республикала, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Байрамғоловтар булыуы – бик күп ишембайҙар өсөн уртаҡ шатлыҡ. Ғәли Искәндәр улы менән Фәниә Хәлим ҡыҙы өсөн күпме уҡыусыһы шат, ғорур! Һаулыҡ, ныҡлыҡ һеҙгә!
Автор фотоһы.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас