Йәмғиәт
7 Июль 2021, 03:35

Реанимацияға эләккән

2 июлдә ҡалала Стахановсылар урамындағы 8-се йортта фатирҙарҙың береһендә янғын сыға.

2 июлдә ҡалала Стахановсылар урамындағы 8-се йортта фатирҙарҙың береһендә янғын сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут мөлкәткә генә зыян килтермәй - 60 йәшлек фатир хужаһы ауыр хәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһының реанимация бүлексәһенә оҙатылған. Ирҙең башы, арҡаһы, күкрәк ситлеге, тын алыу органдары зыян күргән, тәненең 30 проценты бешкән, шулай уҡ ул тиҙ яныусы продукттар менән
ағыуланған. Ут сығыу сәбәбе асыҡлана.
Тигеҙ урында абынмайыҡ, зинһар, үҙебеҙҙе уттан-һыуҙан һаҡлау ҡағиҙәләрен иҫтә тотайыҡ!
Автор:Р. ӘХМӘРОВА
Читайте нас